Башҡортостан башлығының инвестиция советы ултырышында эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестиция мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан башлығының инвестиция советы ултырышында эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестиция мәсьәләләре ҡаралды https://bash.news/news/107182_bashortostan_bashlyyny_investiciya_sovety_ultyryshynda_eshyuarlyty_tere_m_investiciya_msllre_araldy
08 окт 2019, 22:53

Эшлекле климат тыуҙырыу һәм бизнесты яҡлау. Башҡортостан Башлығы рәйеслегендә үткән инвестиция советы ултырышында республикала эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар йәлеп итеү менән бәйле һорауҙар ҡаралды.

Иҡтисади күтәрелеш юлдары Башҡортостан Башлығының «Сентябрь» указында, йәғни биш йылға иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһында сағылыш тапҡан. Документҡа ярашлы, был осорҙа төбәктең тулайым продукты 2 триллион һумға етергә, ә халыҡ иҫәбе 4 миллион 100 меңгә тиклем артырға тейеш.

Үҫеш стратегияһы хеҙмәт хаҡын күтәреүҙе лә күҙ уңында тота. Был маҡсаттарға өлгәшеү өсөн инвестициялар йәлеп итеү, эш урындары асыу, йәғни иҡтисади базаны нығытыу шарт. Республика етәксеһе әйтеүенсә,төбәктә эшлекле климат тыуҙырыу, һәр район-ҡалала инвесторҙар менән эшләү мөһим, шунда ғына уңышҡа өлгәшергә була.

Инвестиция советында 2020 йылға тәғәйенләнгән күргәҙмәләр, форумдар планы ла ҡаралды. Радий Хәбиров етәкселәрҙең сит илдәргә командировкаларын контролгә алырға ҡушты. Дәүләт иҫәбенә сәйәхәт итергә кәрәкмәй, һәр бер сәфәрҙән республика өсөн файҙалы килешеүҙәр алып ҡайтыу шарт, тине ул. Инвестиция советында һөнәри килемгә һалым мәсьәләһе лә ҡаралды, был тәңгәлдә һүҙ үҙмәшғүллек хаҡында бара.

Андрей Солнцев, Федераль һалым хеҙмәтенең башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Әле был эксперимент Рәсәйҙең дүрт төбәгендә индерелгән, киләһе йыл уға Башҡортостан да ҡушылырға иҫәп тота. Үҙмәшғүлдәр һалымды 13 процент түләмәйәсәк, 4 процент тирәһе. Бынан тыш, һалым органдарына отчет бирергә кәрәкмәй, бары тик мобиль ҡушымта аша килем күләме хаҡында мәғлүмәт ебәрергә була”.

Бөгөн Радий Хәбиров етәкселегендә инвестиция сәғәте лә үтте, унда һөт эшкәртеү предприятиеларының эшмәкәрлеге ҡаралды. Өфө һөт заводы техник шарттар менән ер бүлеүҙе, милеккә һәм килемгә һалым буйынса ташлама, ҡоролмалар алыуға киткән сығымдарҙы субсидиялауҙы һорай. Ә Краснокама һөт заводына локаль таҙартыу ҡоролмалары талап ителә.

Инвестиция сәғәтендә был проблемаларҙы төптән өйрәнеү һәм хәл итеү юлдарын барлау бурысы ҡуйылды. Ә бына Нуриман районындағы «Голди кей» базаһының һорауы урында уҡ хәл ителде. Красный ключ ауылында урынлашҡан ял һәм спорт үҙәгенә яр буйын төҙөкләндереү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Рөстәм Зәйнәғетдинов, ял базаһы етәксеһе: “Базаны төҙөүгә беҙ 65 миллион һум аҡса йүнәлттек, 50-гә яҡын кеше өсөн эш урыны асылған. Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыту өсөн йылға үҙәнен тәрәнәйтеү, яр буйын төҙкләндереү, утрауға күпер һалыу талап ителә. Ыңғай яуап алдыҡ, хәҙер инде теләктәребеҙ тормошҡа ашасаҡ тип әйтергә була”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан башлығының инвестиция советы ултырышында эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестиция мәсьәләләре ҡаралды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество