Урман сәнәғәтенә ике йөҙ миллион һум

Урман сәнәғәтенә ике йөҙ миллион һум https://bash.news/news/107183_urman_snten_ike_j_million_um
08 окт 2019, 22:54

Республика федераль ҡаҙнанан урман хужалығын үҫтереүгә бығаса булмаған күләмдә аҡса алды. Был финанстар махсус техника алыу, урмандарҙы янғындан һаҡлау, тергеҙеү эшенә йүнәлтеләсәк. Дәүләт ярҙамын урман хужалыҡтары ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙар ҙа ала. Тармаҡтағы ыңғай үҙгәрештәрҙе Ҡариҙел районы миҫалында БСТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров барланы.

Яңы технология түгел, әммә техника яңы. Манипулятор предприятиелағы эштәрҙе күпкә тиҙләткән. Быға тиклем көнөнә өс ағас ташыусы машина тейәлһә, хәҙер йөк өс тапҡырға күберәк оҙатыла. Ағас әҙерләү ҙә 25 процентҡа тиклем артҡан.

Шамил Нәбиуллин, урман эшкәртеү предприятиеһының коммерция директоры: “Урман ҡырҡыу эшендә техника тиҙ таушала. Шуға күрә яңыртып торорға кәрәк. Ләкин һәр ваҡыт мөмкинлектәр ҙә булып тормай. Был манипуляторҙы ла алырғамы, юҡмы тигән һорау килеп баҫҡайны. 30 процентын субсидиялау форсаты тейгәс һис икеләнмәй һатып алдыҡ. Дәүләт шулай ярҙам итеп торһа, урман хужалығы алдынғы тармаҡҡа әйләнер ине”.

Ә был техника бер атыуҙа ике ҡуян. Мульчер ятып ҡалған ботаҡтарҙы, йығылған һәм ҡыу ағастарҙы онтаҡҡа әйләндерә. Предприятие уны үҙ эшселәренә төҙөткән ятаҡты, социаль йорттарҙы йылытыуҙа ҡуллана. Онтаҡ яғыу утынға, газға ҡарағанда ла отошлораҡ , өҫтәүенә, урман да таҙа ҡала.

Әле урман хужалығын тап ошо мульчер кеүек тусуирларға мөмкин. Ҡайһы бер предприятиелар, айырыуса ситтән килгәндәр, ағас ҡырыуҙан башҡаны белмәй. Ҡариҙел районында был мәсьәлә тәртипкә һалынған. Урманды ҡыралар тип яр һалырға кәрәкмәй, ти белгестәр.

Урманды тергеҙеү эше киләсәктә тағы ла көсәйәсәк. Ошо маҡсатта федераль үҙәктән бығаса булмаған аҡсалар бүленә.

Был аҡсалар урман хужалығын төбәктең бюджетын тулыландырыусы төп өлкәләрҙең береһе итеүгә тағы бер аҙым, ти белгестәр. Әммә уның һөҙөмтәләре әле генә күренерлек түгел. Урман эшенә һалынған аҡсалар - күп йылдарға иҫәпләнгән инвестиция.

Автор: А.Кәбиров.

Урман сәнәғәтенә ике йөҙ миллион һум

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд