Өфөлә хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар менән бүләкләнде

Өфөлә хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар менән бүләкләнде https://bash.news/news/107184_fl_xemt_aldynylary_yuary_nagradalar_menn_blklnde
08 окт 2019, 22:55

Фиҙаҡәр хеҙмәткә – лайыҡлы баһа. Республика көнө алдынан Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр исемлегендә алты тиҫтәнән ашыу кеше.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе.

Һаулыҡ һағындағыларҙың, мәҙәниәт, мәғариф, фән үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең эше юғары баһаланды. Әйтәйек, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафиндың эшмәкәрлеге Салауат Юлаев ордены менән баһаланды.

Өфөнөң «Сфера» балалар техник ижады үҙәге педагогы Мирза Һамарбаев Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә хеҙмәт алдынғылары юғары наградалар менән бүләкләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд