Рәсәйҙә «Һис шикһеҙ» тип исемләнгән социаль компания старт алды

Рәсәйҙә «Һис шикһеҙ» тип исемләнгән социаль компания старт алды https://bash.news/news/107185_rsj_is_shike_tip_isemlngn_social_kompaniya_start_aldy
08 окт 2019, 22:57

«Хәүефһеҙ юлдар» федераль милли проект сиктәрендә Рәсәйҙә «Һис шикһеҙ» тип исемләнгән социаль компания старт алды. Уның төп маҡсаты, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы кәметеү.

Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле авариялар артҡан. Был, тәү сиратта, ҡара көҙҙә водителдәрҙең иғтибарһыҙлығы һәм кешеләрҙең юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүе менән бәйле. Шуға ла бөгөндән республика төбәктәрендә күләмле иҫкәртеү саралары башланды.

Аҙна дауамында социаль проект ағзалары мәғариф учреждениеларында һәм урамдарҙа йәйәүлеләр араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.

Йәкшәмбе кис Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә теркәлгән фажиғәле хәл бар республиканы тетрәндерҙе. Бәләкәй бала "Тойота Камри" автомобиле аҫтында ҡалып һәләк булды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 38 йәшлек водитель тормозға баҫып өлгөрөргә тейеш булған, әммә тәжрибәһе аҙ булғас, ҡатын юғалып ҡалған.

Йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығында 327 авария теркәлгән. Уларҙа 14 ҡыҙ һәм малайҙың ғүмере өҙөлгән, 351-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда «Һис шикһеҙ» социаль компания старт алды. Бер аҙна дауамында проект ағзалары йәйәүлеләр араһында аңлатыу эштәре алып барырға, шуның менән бергә күңелһеҙ хәлдәрҙе кәметергә йыйына.

Социаль компания мәктәптәр һәм балалар баҡсаларында ла ойошторола. Шуларҙың береһе Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында үтте. Балалар уйын формаһында юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өйрәнде. Уларға шулай уҡ бүләккә төнгө ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтырыусы әйберҙәр тапшырылды.

«Хәүефһеҙ юлдар» федераль милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған компания илдең барлыҡ төбәктәрендә ойошторола. Сөнки ҡара көҙ айҙарында йәйәүлеләр ҡатнашлығында аварияларҙың кинәт артыуы күҙәтелә.

Бындай акцияларҙы республиканың башҡа мәктәптәрендә лә үткәреү ҡаралған. Әгәр ҙә ул киләсәктә балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙы кәмергә ярҙам итһә, тимәк,ойоштороусылар үҙ маҡсатына өлгәште тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин.

Автор: И.Байбулатов.

Рәсәйҙә «Һис шикһеҙ» тип исемләнгән социаль компания старт алды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество