Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәбе 4 миллион һум грантҡа лайыҡ булды

Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәбе 4 миллион һум грантҡа лайыҡ булды https://bash.news/news/107187_fn_59sy_korrekciya_mktbe_4_million_um_granta_lajy_buldy
08 окт 2019, 22:58

«Заман мәктәбе» федераль проекты сиктәрендә бүленгән сығымдар мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар уҡыған белем усағын техник йыһазландырыу сараларына йүнәлтелә. Тулыраҡ БСТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Бар иғтибар - станокта. Баш ҡаланың коррекция мәктәбендә тәрбиәләнеүсе уҡыусылар ҡағыҙ баҫтырыу менән мәшғүл. Уңайлы, яңы ҡоролмалар мәктәпкә күптән түгел генә ҡуйылған, быға тиклем иҫке йыһаздар менән ҡулланырға тура килгән.

Мәктәптә тәрбиә программаһы ике өлөшкә бүленгән. Дөйөм уҡытыуҙан тыш коррекция йүнәлеше төплө урын алған. Был учреждениела төрлө сирҙәрҙән яфаланған балалар белем ала, педагогтар уларҙың һәр береһе һөнәрле, белемле булһын тип тырыша.

Учреждениела тәрбиәләнеүселәрҙең ҡул эштәре ижади бәйгеләрҙә юғары баһалана. Тегенсе ҡыҙҙар республика бәйгеләрендә даими еңеүҙәргә ирешә. Аш-һыу оҫталығын үҙ иткәндәр төбәк конкурсын үтеп Мәскәүҙә ойошторолған ярышҡа әҙерләнә. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, уҡытыу алымдарына, дәрестәрҙең тулы йөкмәткеле булыуына техник ҡорамалдар ҙа ыңғай йоғонто яһай.

Күп балалар өсөн тыуған йортҡа әйләнгән учреждениеға ярты быуат элек үк нигеҙ һалынған. Ошо ваҡыт эсендә меңәрләгән малай-ҡыҙға бында төплө белем бирелә, уҡытыусылар яғынан рухи ярҙам күрһәтелә. Бөгөнгө көндә коррекция мәктәбендә 250 тәрбиәләнә. Бында улар ысын мәғәнәһендә тормошҡа, ҙур донъяға старт ала.

Автор: Ф.Ким.

Өфөнөң 59-сы коррекция мәктәбе 4 миллион һум грантҡа лайыҡ булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд