11-12 октябрҙә Өфөлә байрам йәрминкәләре уҙа

11-12 октябрҙә Өфөлә байрам йәрминкәләре уҙа https://bash.news/news/107188_1112_oktyabr_fl_bajram_jrminklre_ua
08 окт 2019, 22:59

Өфөләргә сағыштырмаса арзан хаҡҡа ауыл хужалығы тауарҙары тәҡдим ителә. Юғары сифатлы аҙыҡ-түлек төрҙәрен баш ҡаланың барлыҡ райондарындағы сауҙа майҙандарында һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Йәрминкә кәштәләренә шулай уҡ халыҡ кәсептәре өлгөләре, сувенирҙар, йәмәғәт туҡланыуы продукцияһы ла ҡуйыласаҡ. 11 октябрҙә баш ҡаланың ете майҙанында концерт программалары ла ойошторола. Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем эшләй.

11-12 октябрҙә Өфөлә байрам йәрминкәләре уҙа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество