Өфө-Дим метеостанцияһында һуңғы 16 йылда яңы температура рекорды теркәлгән

Өфө-Дим метеостанцияһында һуңғы 16 йылда яңы температура рекорды теркәлгән https://bash.news/news/107189_fdim_meteostanciyaynda_uy_16_jylda_yay_temperatura_rekordy_terklgn
08 окт 2019, 22:59

7 октябрҙә метеостанцияла термометр бағаналары – 22,1, 2003 йылдың ошо уҡ көнөндә – 21,2 градус йылы күрһәткән булған. Шулай уҡ кисә Зорге урамындағы метеорологик поста көндөҙ һауа температураһы 22 градусҡа тиклем күтәрелгән. Башҡортостан буйынса аҙнаның тәүге көнөндә 20-23, таулы райондарҙа 18 градусҡаса йылы булған.

Шул уҡ ваҡытта синоптиктар «Әбейҙәр сыуағы» тамамланыуы хаҡында иҫкәртә. Бөгөндән республикала яуым-төшөм ихтималлығы арта. Айырым райондарҙа төндә 5 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Иртәгә республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы күҙаллана. Һауа температураһы төндә нолдән 5 градусҡаса йылы, аяҙайтҡанда 5 градус һыуыҡ. Көндөҙ 8-13 градус йылы күрһәтә.

Өфө-Дим метеостанцияһында һуңғы 16 йылда яңы температура рекорды теркәлгән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд