Быйыл «Мостай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли төбәк-ара конференцияға 700-ҙән ашыу кеше видеороликтар ебәргән

Быйыл «Мостай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли төбәк-ара конференцияға 700-ҙән ашыу кеше видеороликтар ебәргән https://bash.news/news/107190_byjyl_mostaj_uyuary_ilmimli_tbkara_konferenciyaa_700n_ashyu_keshe_videoroliktar_ebrgn
08 окт 2019, 23:00

Конкурсанттарҙың алтмышы финалға сыҡҡан, еңеүселәр бөгөн «Торатау» Когресс-холында бүләкләнде.

Хәҙерге йәштәр күкрәгенән ошолай "ҡоштар осора". Йәки Мостай Кәримдең билдәле шиғырын Бөрйән районында йәшәүсе уҡыусы рэп стилендә башҡара. «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара кәңәшмәһе видеороликтарын «Бәйләнештә» сайтында ҡарарға мөмкин. Видеояҙмалар төрлө һәм бер-береһен ҡабатламай.

Өфөлә йәшәүсе Баязит Шәйхетдиновтың эше әсәһе менән диалог рәүешендә яҙылған. Өс минутҡа ҙур йөкмәтке һалынған ижади эшкә «Иҫтәлектәр» номинацияһында 3-сө урын бирелгән.

Быйыл ижади бәйгелә уҡыусылар, уҡытыусы, ата-әсәләр, студенттар бөтәһе 742 кеше ҡатнашҡан. Еңеүселәр араһында Сорғот ҡалаһында йәшәүселәр ҙә бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте Сорғотта өҫтәмә дәрес булараҡ уҡытыла. Балаларының туған телен, тамырҙарын белеп үҫеүен теләгәндәр түңәрәккә 200 саҡырым аранан да йөрөй.

Ҡатнашыусылар өсөн Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында инновацион алымдар менән уҡытыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шәхес исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары араһында ғына башланған кәңәшмә быйыл төбәк -ара кимәлгә етте һәм 11-се тапҡыр үткәрелде.

Әҙиптең тыуыуына 100 йыл тулыу һәм Башҡортостандың бер быуатлыҡ тарихына арналған төбәк-ара конференцияға йомғаҡ «Торатау» Конгресс- холында уҙҙы һәм еңеүселәре бүләкләнде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Быйыл «Мостай уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли төбәк-ара конференцияға 700-ҙән ашыу кеше видеороликтар ебәргән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд