11 октябрҙә Алтай крайында «Уралдан Алтайға тиклем» китабының исем туйы үтә

11 октябрҙә Алтай крайында «Уралдан Алтайға тиклем» китабының исем туйы үтә https://bash.news/news/107191_11_oktyabr_fl_uraldan_altaja_tiklem_kitabyny_isem_tujy_t
08 окт 2019, 23:01

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнөндә Алтай крайының Надежда Крупская исемендәге балалар китапханаһында тарихсы Тимур Әйүповтың «Уралдан Алтайға тиклем» китабының исем туйы үтә.

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған баҫмала Алтай крайы һәм уға күрше төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттар тарихы буйынса очерктар урын алған.

Китап «2017-2021 йылдарҙа Алтай крайында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» программаһы сиктәрендә донъя күргән һәм тарих һәм этнография мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

11 октябрҙә Алтай крайында «Уралдан Алтайға тиклем» китабының исем туйы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество