БДУ-ла Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың 80 йыллығына бағышланған күргәҙмә асылды

БДУ-ла Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың 80 йыллығына бағышланған күргәҙмә асылды https://bash.news/news/107192_bdula_damir_zht_uly_vlievty_80_jyllyyna_bayshlanan_krgm_asyldy
08 окт 2019, 23:08

Башҡорт дәүләт университетында философия фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың яҡты иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Ул арҙаҡлы башҡорт ғалимы Дамир Вәлиевтың тыуыуына – 80 йыл тулыуға арналған.

Башҡорт дәүләт университеты тарихы музейында ғалимға иң үҙәк өлөш бағышланған. Бында Дамир Жәүәт улының дуҫтары һәм коллегалары архивында һаҡланған фотоһүрәттәр, ғилми дәрәжәләрен раҫлаған рәсми документтар, фәнни баҫмалары урын алған.

Силәбе өлкәһе Арғаяш районында тыуып-үҫкән, Башҡортостан ерлегендә тыуған халҡының киләсәге, республикабыҙҙың рухи үҫешенә тос өлөш индергән олуғ ғалимдың яҡты иҫтәлегенә арналған күргәҙмә 8 ноябргә тиклем иртәнге сәғәт 10- көндөҙгө 4 -кә тиклем эшләй.

Автор: Гүзәл Борханова.

БДУ-ла Дамир Жәүәт улы Вәлиевтың 80 йыллығына бағышланған күргәҙмә асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество