Республика мәктәптәрендә «Ҡанатлан» мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башланы

Республика мәктәптәрендә «Ҡанатлан» мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башланы https://bash.news/news/107193_respublika_mktptrend_anatlan_marif_proekty_tormosha_ashyryla_bashlany
08 окт 2019, 23:11

Башҡортостан мәктәптәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров тәҡдиме менән «Ҡанатлан» яңы мәғариф проекты тормошҡа ашырыла. Рәми Ғарипов исемендәге республика гимназия-интернатында был проект сиктәрендә унынсыларҙа дүрт модуль, ә ун беренсе сығарылыш класында өс модуль буйынса өҫтәмә белем бирелә. Яңы мәғариф проектының өҫтөнлөктәрен БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова өйрәнде.

Мәктәп уҡыусыһы иң беренсе нәүбәттә сәләмәт булырға тейеш. Был йәһәттән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһында теш дауалау кабинеты эшләй. Ҡыҙҙар, малайҙар ҡала поликлиникаһынада түгел, ә уҡыу бинаһы эсендә тештәрен дауалай ала. «Ҡанатлан» проектының маҡсаты ла һау-сәләмәт һәм ерҙә ныҡ баҫып торған һәләтле йәштәрҙе оло тормош юлына сығарыу.

«Бейе» модуле сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн өҫтәмә дәрес булараҡ уҡытыла. 11-ҙе тамамлағанда уҡыусылар килешле итеп вальс хәрәкәттәрен башҡара аласаҡ.

«Бейе» модулендә 11-се кластар төп дәрестәрҙән тыш уҡыусылар вальс әйләнергә өйрәнә. Ҡыҙҙар, егеттәр билдәле хореограф Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡовтан оҫталыҡ дәрестәре ала. Был һөнәрҙәре уларға сәхнәлә генә түгел, ә тормошта ла ышаныс бирәсәк.

Сит телдәрҙе яҡшы белеү, аралаша, уйлай алыу кимәленә гимназистарҙы инглиз теле уҡутыусыһы Айгөл Мөхәмәтйәнова еткерә. Уның уҡыусылары отҡорлоҡ, тырышлыҡ кеүек күркәм сифаттар биҙәй.

Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты «Ҡанатлан» мәғариф проектын тормошҡа ашырыуҙа төп терәк мәктәптәрҙең береһе булып тора. Өлкән синыфтарҙа ошо мөһим проект сиктәрендә 7модуль буйынса балаларға өҫтәмә белем һәм һөнәри йүнәлеш бирелә.

«Руль артына» ултыр программаһы үҫмерҙәр араһында бик популяр. Егеттәр, ҡыҙҙар ташлама менән автомашинала йөрөтөү күнекмәләрендә һәм теоретик дәрестәрҙә водитель һөнәрен үҙләштерә. 11-се класс уҡыусыһы Камил Бикбулатов мәктәп стеналарынан өлгөргәнлек аттестаты менән бергә водитель танытмаһы ла алып сығасаҡ.

«Ҡанатлан» мәғариф проекты республика мәктәптәрендә февралдә старт алды. Йыл буйына башҡарылған төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеү проекты тиҙҙән үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Уҡытыусылар һәм һөнәрмәндәр был эшкә ең һыҙғанып тотонған, иң мөһиме – ҡыҙҙҙар-егеттәрҙә дәрт-дарман етәрлек кенә булһын.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республика мәктәптәрендә «Ҡанатлан» мәғариф проекты тормошҡа ашырыла башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество