Радий Хәбиров киләһе өс йылға иҫәпләнгән өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Радий Хәбиров киләһе өс йылға иҫәпләнгән өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы https://bash.news/news/107194_radij_xbirov_kile_s_jyla_iplngn_s_yaly_kilesheg_ul_ujy
08 окт 2019, 23:21

Документ Башҡортостан хөкүмәте, профсоюздар федерацияһы һәм эш биреүселәр союзы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта. Килешеү яҡтарға социаль сәйәсәттең төп мәсьәләләре буйынса 228 бурыс ҡуя.

Атап әйткәндә, хәүефһеҙ эш урындары булдырыу, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлауҙы көсәйтеү.

Ленара Иванова, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: “Хеҙмәт хаҡына бәйле мәсьәләләр, балалар ялын ойоштороу, демография, ғаилә мөнәсәбәттәре лә ошо документта сағылыш алған. Йәштәрҙе торлаҡ менән тьәмин итеү мәсьәләһе лә айырым урынды биләй”.

Автор: Айнур Кәбиров.

Радий Хәбиров киләһе өс йылға иҫәпләнгән өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд