Башҡортостанда айырым категория граждандары йорт төҙөү өсөн ағас алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана аласаҡ

Башҡортостанда айырым категория граждандары йорт төҙөү өсөн ағас алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана аласаҡ https://bash.news/news/107223_bashortostanda_ajyrym_kategoriya_keshelre_jort_t_sn_aas_alyua_tnlk_menn_fajalana_alasa
09 окт 2019, 13:04

Республикала өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балаһы булғандар, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, 35 йәшкә тиклемге урман хужалығы өлкәһендә эшләгән белгестәр йорт төҙөү өсөн ағас алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана аласаҡ. Бының өсөн торлаҡ төҙөүгә ауыл ерендә участҡалары булырға тейеш. Башҡортостан парламенты законға үҙгәрештәр индереү тәҡдимен киләһе ултырышта ҡарарға йыйына.

Башҡортостанда айырым категория граждандары йорт төҙөү өсөн ағас алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана аласаҡ
Башҡортостанда айырым категория граждандары йорт төҙөү өсөн ағас алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙалана аласаҡ

Йорт төҙөүгә 25 йылға бер мәртәбә 110 кубометр, йортто төҙөкләндереү өсөн 5 йылға 25 кубометр, һарай, аласыҡ, утынлыҡ төҙөү өсөн биш йылға 50 кубометр , уларҙы ремонтлауға өс йылға 15 кубометр ағас бирелә.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд