Борай эшҡыуарҙары ҡорға йыйылды

Борай эшҡыуарҙары ҡорға йыйылды https://bash.news/news/107226_boraj_eshyuarary_ora_jyjyldy
09 окт, 14:05

Борайҙа уҙған бизнес-форумда субсидия, гранттар, ташламалы финанс ярҙам алыу мөмкинлектәре ҡаралды. Эшҡыуарҙар алдында Республика ауыл хужалығын консультациялау үҙәге, лизинг компания белгестәре сығыш яһаны.

Борай эшҡыуарҙары ҡорға йыйылды
Борай эшҡыуарҙары ҡорға йыйылды

Районға инвестициялар йәлеп итеү, бизнес, иҡтисад үҫешенә уңайлы шарттар булдырыу өсөн яуаплы чиновник – бизнес-шериф Марат Ахунов билдәләүенсә, бында дүрт йөҙҙән ашыу эшҡыуар иҫәпләнә, уларҙың күбеһе сауҙа, ауыл хужалығы йүнәлешендә эшләй.

Борай эшҡыуарҙары ҡорға йыйылды

Бөгөн предприятиеларҙа эш хаҡы ни тиклем юғары булмаһын, кадрҙарға ҡытлыҡ һаҡлана. Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж бар, ти урындағы механика заводы етәксеһе Рәүис Камалов.

Борай эшҡыуарҙары ҡорға йыйылды

Борай районында бизнес-форум беренсегә ойошторолдо.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд