Законһыҙ ағас ҡырҡыусылар менән көрәш көсәйтелә

Законһыҙ ағас ҡырҡыусылар менән көрәш көсәйтелә https://bash.news/news/107244_zakony_aas_yryusylar_menn_krsh_ksjtel
09 окт 2019, 18:08

Башҡортостанда йәшәүселәр смартфондарына “Башҡортостан республикаһының урман картаһы” тигән ҡушымтаны бушлай урынлаштыра ала. Уның ярҙамында законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтарын фотоға төшөрөп ебәрергә була. Ул урман ҡағиҙәләрен боҙоу ваҡиғаһын оператив тикшереү мөмкинлеге бирә.

Законһыҙ ағас ҡырҡыусылар менән көрәш көсәйтелә
Законһыҙ ағас ҡырҡыусылар менән көрәш көсәйтелә

Башҡортостан урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, мобиль ҡоролмалар урман хеҙмәткәрҙәрендә лә була. Бынан тыш, космостан күҙәтеү аппараттары һөҙөмтә биргән. Уҙған йылдан пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыла башлаған.

Юлдаш
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество