Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 400-гә яҡын алданған өлөшсөгә фатир тапшырыласаҡ

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 400-гә яҡын алданған өлөшсөгә фатир тапшырыласаҡ https://bash.news/news/107260_radij_xbirov_ushyuy_bujynsa_400g_yayn_aldanan_lshsg_fatir_tapshyrylasa

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 1 декабргә «Миловка паркы» торлаҡ комплексын өлөшләтә төҙөүҙә ҡатнашыусы 391 кешегә фатир асҡыстары тапшырылырға тейеш.

Өфөлә өлөшсөләрҙең инициатив төркөм вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Улар объекттарҙа техник талаптарҙың, ҡанундарҙың үтәлмәүе тураһында дәғүә белдерҙе. Хөкүмәт йортонда уҙған кәңәшмәлә бирелгән һорауҙар «Төҙөлөш сәғәте» ултырыштарында ҡараласаҡ.

Башҡортостан башлығы инициатив төркөмдәргә юристар менән эшләргә кәңәш бирҙе. Уларҙың эше өсөн бүлмә һәм сығымдар менән ярҙам ителәсәге тураһында белдерҙе. 2019 йылда күп фатирлы 9 йорт файҙаланыуға тапшырылған, сиратта йөҙҙән ашыу объект. Уларҙа төҙөлөш эштәрен тамамлауҙа граждандар хоҡуҡтарын яҡлау фонды ярҙамында федераль финанстарҙы йәлеп итеү ҙә күҙаллана.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, 400-гә яҡын алданған өлөшсөгә фатир тапшырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд