Республика көнө алдынан төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде

Республика көнө алдынан төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде https://bash.news/news/107262_respublika_kn_aldynan_tbkte_socialitisadi_eshen_tos_lsh_inderese_xemt_aldynylary_blklnde
09 окт 2019, 22:18

Республика көнө алдынан төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе хеҙмәт алдынғыларына Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары тапшырылды. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, Башҡортостан Профсоюздары федерацияһы иң күләмле ойошмаларҙың береһе.

Бөгөн профсоюзда ярты миллиондан ашыу кеше иҫәпләнә. Фән, медицина өлкәһендә, төрлө предприятиеларҙа эшләүселәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте республиканы бар яҡлап та алдынғылар рәтенә сығарырға ярҙам итә.

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе: “Республика үтәсәк ҙур байрам алдынан традиция буйынса һәнәр оҫталарына наградалар тапшырабыҙ. Уларҙың тәжрибәһе, тырышлығы бер ваҡытта ла онотолорға тейеш түгел. Шулай уҡ, ултырышта профсоюздарҙың артабанғы үҫеше тураһында фекер алышасаҡбыҙ. Профсоюздар эшмәкәрлеген көйләүсе закондар ҙа даими камиллашырға тейеш”.

Автор: Флорида Ким.

Республика көнө алдынан төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүсе хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество