Киләһе йылдан Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы старт ала

Киләһе йылдан Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы старт ала https://bash.news/news/107269_kile_jyldan_rsj_auyl_bilmlren_tere_bujynsa_yay_dlt_programmay_start_ala
09 окт 2019, 22:46

Был турала ил хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев «Алтын көҙ» агрокүргәҙмәһендә белдерҙе. Уға ярашлы, төпкөлдәрҙә юлдар, урамдар төҙөкләндерелә, газ, һыу үткәреләсәк. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, ауыл хужалығы юғары технологиялы, конкурентлы һәм һөҙөмтәле булырға тейеш.

Ауыл хужалығы менән диванда ятып ҡына. Тармаҡ киләсәген йәштәр тап ошолай төҫмөрләй. Себеш баҫтырыу өсөн дә ни бары интернет һәм смартфон ғына кәрәк. Хәйер, проект фантастика түгел. Искәндәр Йыһаншиндың аҡыллы инкубаторы Рәсәй һәм сит илдәрҙә уҙғарылған конкурстарҙа тәүге урындарҙы алған. Үҫмергә хатта, бизнес тәҡдимдәр ҙә килә башлаған.

Башҡортостандың юғары технологиялы ауыл хужалығы өлгөләре менән илдең баш ҡалаһында үткән «Алтын көҙ» агрокүргәҙмәһендә Дмитрий Медведев та ҡыҙыҡһынды. Республика етәкселеге Рәсәй Хөкүмәте рәйесенә ашлыҡты тәрән эшкәртеү проектын тәҡдим итте. Уны тормошҡа ашырыу менән быға тиклем файҙаланылмаған сеймал химия тармағында ҡулланыла башлаясаҡ.

Республика Башлығы һөттө эшкәртеү өлкәһендә лә алға китеш буласағын билдәләне. Сентябрь указына ярашлы, һөт етештереү күләме бер миллион 2 йөҙ мең тоннаға етергә тейеш. Әле төбәктә 7 йөҙ мең тонна һөт һауыла. Шулай уҡ экспортты арттырыу ҙа төп маҡсаттарҙың береһе. «Алтын көҙ» күргәҙмәһе сиктәрендә Республика Хөкүмәте берләштерелгән иген компанияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Был аҙым ашлыҡты импортлаусы партнерҙарҙы берм- бер арттырасаҡ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Киләһе йылдан Рәсәйҙә ауыл биләмәләрен үҫтереү буйынса яңы дәүләт программаһы старт ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество