Республика һанлы телевизион сигналдарҙы ҡабул итергә әҙер

Республика һанлы телевизион сигналдарҙы ҡабул итергә әҙер https://bash.news/news/107275_respublika_anly_televizion_signaldary_abul_iterg_er
09 окт 2019, 23:03

Был хаҡта бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһында белдерҙеләр. Аналог сигналдарын тапшырыу төбәктә бер аҙнан туҡталыла. Беҙҙең тамашасыларҙы Башҡортостан юлдан телевидениеһы һаҡланыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Бер-нисә телевизоры булған граждандар күмпе приставка алырға тейеш. Һорауҙарға яуап БСТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

14 октябрҙән аналог телевизион сигналдар көндөҙгө сәғәт икенән туҡтатыла. Беҙҙең тамашасыларҙы БСТ телеканалын ҡарай алыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. 6 меңдән ашыу юлдаш тарелкаһы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҡуйылған. Башҡортостанда һанлы телевизион эфирҙы тәьмин итеү өсөн 216 ҡорамал төҙөлгән. Иң төп объект Өфөлә урынлашҡан.

Юрий Матвеев, Башҡортостандың РТРС филиалы директоры: “Телевизорҙар өсөн махсус приставка һатып алырға кәрәк. Уларға хаҡтар тешләшмәй һәм махсус магазиндарҙа һатып алырға мөмкин. Сигнал ҡабул итеүсе антеннаны ла 11 метрлыға алмаштырырға кәрәк”.

2014 йылдан һуң телевизор һатып алыусылар һанлы телевидениеға үҙаллы тоташа ала. Уның өсөн көйләү менюһы төймәләрен табып берлектәге һанлы һәм аналог телеканалдар ҡулланыуҙы автоматик рәүештә эҙләү нөктәһенә баҫырға кәрәк. Кемдәр кабель телевидениһы менән ҡуллана, уларға өҫтәмә рәүештә приставка һатып алырға кәрәкмәй.

Приставканы үҙаллы ҡуя алмағанда, экранда күргән ҡыҙыу линияға шылтыратып, ирекмәндәр ярҙамына мөрәжәғәт итергә мөмкин. (8-800-347-00-55)

Башҡортостанда һанлаштырыу телевидениены һәм радиотапшырыуҙарҙы үҫтереү Рәсәй федераль маҡсатлы программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Һанлы тапшырыуҙарға тоташҡан абоннеттар 14 октябрҙән тапшырыуҙарҙы сифатлы картина менән яңы форматта ҡарай аласаҡ.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республика һанлы телевизион сигналдарҙы ҡабул итергә әҙер

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество