Бөгөн ил буйынса Бөтә Рәсәй иҡтисад диктантын яҙалар

Бөгөн ил буйынса Бөтә Рәсәй иҡтисад диктантын яҙалар https://bash.news/news/107276_bgn_il_bujynsa_bt_rsj_itisad_diktantyn_yaalar
09 окт 2019, 23:04

Өфөләге майҙансыҡ Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында ойошторолдо. Акцияла студенттар, педагогтар, барлығы ҡырҡ кеше ҡатнашты. Улар тәүге ҡағыҙ аҡсаларҙың ҡасан барлыҡҡа килеүе, кредит карталары, банк депозиттары һәм акциздарға бәйле тест форматында егерме һорауға яуап бирергә тейеш ине. Сара халыҡтың финанс грамоталығын күтәреү, иҡтисади әүҙемлеген баһалауға йүнәлтелгән.

Илгиз Ҡәҙерғолов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры: “Диктанттың төп темаһы "Көслө иҡтисад - Рәсәйҙең үҫеше, төп маҡсат – йәштәрҙең потенциалын үҫетереү, республикала йәшәүселәрҙең иҡтисад фәне буйынса белем кимәлен тикшереү һәм үҫтереү”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн ил буйынса Бөтә Рәсәй иҡтисад диктантын яҙалар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество