«Башҡортостан» гәзитендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде

«Башҡортостан» гәзитендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде https://bash.news/news/107277_bashortostan_gzitend_mostaj_krimde_tyuyuyna_100_jyl_tulyua_arnalan_konkurs_eeselre_tbriklnde
09 окт 2019, 23:05

Бер йыл элек иғлан ителгән бәйгелә матбуғат баҫмаһы уҡыусылары әҙиптең тормошо һәм ижадына бағышланған мәҡәләләре менән сығыш яһаған. Мостай Кәрим тураһында быға тиклем билдәле булмаған факттар яҡтыртылыуына ла иғтибар бирелгән.

Учалы районы Өргөн ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Салауат Рәсүлевтың иҫтәлектәргә ҡоролған ижади эше иң яҡшыһы тип табылған. Мәҡәләлә әҙиптең Өргөн ауылында килеп йөрөгән ваҡыты сағылыш тапҡан. Автор иҫбатлауынса, «Европа-Азия» шиғырҙар циклы һәм башҡа байтаҡ әҫәрҙәре тап Өргөн ауылында ижад ителгән.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

«Башҡортостан» гәзитендә Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурс еңеүселәре тәбрикләнде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд