«Тамыр» телеканалы яңы медиапроект – Башҡорт әлифбаһын тәҡдим итә

«Тамыр» телеканалы яңы медиапроект – Башҡорт әлифбаһын тәҡдим итә https://bash.news/news/107278_tamyr_telekanaly_yay_mediaproekt_bashort_lifbayn_tdim_it
09 окт 2019, 23:06

Әлифба төҙөүгә «Тамыр»ҙа эшләүселәр ижади ҡараған. Башҡорт алфавитындағы 42 хәрефкә тарихи шәхестәребеҙ, музыка ҡоралдары, милли биҙәүестәр, әкиәт геройҙары индерелгән.

«Тамыр» телеканалында эшләүсе мөхәррирҙәр, режиссерҙар һәм ҡораусылар кесе йәштәге балаларҙы дүрт минутлыҡ сағыу видео ярҙамында башҡорт әлифбаһын үҙ шәхестәребеҙ һәм тарихыбыҙ аша өйрәненгә саҡыра. «Тамыр» телеканалының Башҡорт әлифбаһы байрамы Республиканың йөҙ йыллығына арналған иң сағыу сараларҙың береһенә әүерелде.

«Тамыр» телеканалы тәҡдим иткән Башҡорт әлифбаһының исем туйы «Родина» кинотеатрында балалар һәм ата-әсәләр ҡатнашлығында үтте. Бәләкәстәргә уйын формаһында ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде. Ҡыҙҙар-малайҙар башҡорт өндәрен һәм хәрефтәрен белеү буйынса зирәклеген күрһәтә алды. «Тамыр»ҙарҙың Башҡорт әлифбаһы байрамында ҡатнашыусылар, был сағыу китап һәр кемдә булырға тейеш, тигән фекерҙе еткерҙе

Автор: Гүзәл Борханова.

«Тамыр» телеканалы яңы медиапроект – Башҡорт әлифбаһын тәҡдим итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Когда отремонтирую ваш подъезд