Өфөлә «Ғәскәровсылар менән бейейем» акцияһы үтте

Өфөлә «Ғәскәровсылар менән бейейем» акцияһы үтте https://bash.news/news/107279_fl_skrovsylar_menn_bejejem_akciyay_tte
09 окт 2019, 23:07

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 80-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Юбилей уңайынан Интернет селтәрендә бейеү конкурсы иғлан ителгәйне. Бөгөн Өфөнөң Матросов паркында күләмле флешмоб үтте. Саранан хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Интернет селтәрендә тиҫтәләгән кеше «Ғәскәровсылар менән бейейем» акцияһына ҡушылды. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары бер ай дауамында үҙҙәренең сәхифәһенә видеодәрестәр һалды. Улар өс өлөштән торған роликтарҙа яңғыҙ һәм парлы бейеүҙәр хәрәкәттәрен өйрәтте.

Күләмле флешмоб Матросов исемендәге паркта үтте. Һауа торошо ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, ҡала халҡы майҙанға ихлас йыйылды. Акцияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе студенттар ине.

«Гөлнәзирә» бейеүен һайлау осраҡлы түгел. Уны хореограф һәм балетмейстер Фәйзи Ғәскәров сәхнәләштергән һәм ул тамашасылар өсөн беренсе тапҡыр республиканың 20 йыллыҡ юбилейына ҡуйылған. Бейеүҙең нигеҙенә «Йәшерем яулығым» халыҡ уйынының сюжеты һалынған. Бейеүселәр әйтеүенсә, уның хәрәкәттәрен иҫтә ҡалдырыуы ауыр түгел. Акцияла ҡатнашҡан һәр кем үҙен ансамбль солисы итеп тоя алды.

Гөлназ Солтангәрәева: “Мин үҙем бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнәм, шуның өсөн гел ансамбль солистары менән күрешергә хыялландым. Әйтеп бирә алмаҫлыҡ тойғолар кисерҙем”.

Башҡортостандың визит карточкаһына әйләнгән ансамбль быйыл 80-се ижад миҙгеленә аяҡ баҫа. Был уңайҙан улар тамашасылар өсөн яңы проекттар, концерт номерҙары һәм гастролдәр әҙерләгән.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә «Ғәскәровсылар менән бейейем» акцияһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество