Өфө ҡалаһы һәм Благовещен районында йәшәүселәр крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсә ала

Өфө ҡалаһы һәм Благовещен районында йәшәүселәр крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсә ала https://bash.news/news/107342_f_alay_m_blagoveshhen_rajonynda_jshselr_krandan_yuy_urmajynsa_es_ala
10 окт 2019, 22:23

Белгестәр әйтеүенсә, «Полиэф» предприятиеһындағы аварияның эҙемтәләре ваҡытында кисектерелгән. Хәбәр итеүебеҙсә, ғәҙәттән тыш осраҡ кисә Благовещендағы заводта теркәлде.

Киске сәғәт һигеҙенсе 21 минутта бетон резервуар емерелеп уның эсендәге таҙартылмаған һыу таралды. Бер сәғәттән махсус комиссия төҙөлдө. Химик матдәләрҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн Өфөнән 300 ҡотҡарыусы һәм 90 берәмек техника йәлеп ителде.

Белгестәр Иҙәк, Ҡаҙмышлы һәм Өфө йылғаларының сифатын даими тикшереп тора. Авария эҙемтәләре менән беҙҙең БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла танышты.

Емерелгән резервуар эсендә таҙартыу ҡоролмалары аша үтеп өлгөрмәгән сәнәғәт ҡалдыҡтары була, шул иҫәптән терефтал кислотаһы булыуы ла мөмкин. Түгелгән шыйыҡса һаҙлыҡ буйлап эргә-тирәләге биләмәгә тарала. Ҡотҡарыусылар ул эсәр һыуға төшмәһен тип хафалана, әммә химикаттар таралмай, ер ҡатламына һеңә.

Һанаулы ғына ваҡыт эсендә бысраҡ һыуҙы тултырыу өсөн соҡор ҡаҙыла, дамба һалына. Техника төнө буйы эшләй. Әммә уның кәрәге теймәҫкә тейеш, ти белгестәр.

Шулай ҙа техника эшен дауам итә, һауа торошо үҙгәреп ямғыр яуып ебәрһә хәлдең ҡырҡа үҙгәреүе мөмкин. Шуға әле оператив штаб та урынынан ҡуҙғалмай. Аварияның сәбәптәре әле асыҡлана, әммә алдан күҙаллауҙар буйынса, резервуарҙы төҙөгәндә техник талаптар үтәлмәүе ихтимал. Завод биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән.

Әле һыу составы ун биш минут һайын тикшерелеп тора, әгәр химик матдәләрҙең норманан ашыуы асыҡланһа, Ҡаҙмышлы йылғаһын быуып һыуҙы ошо соҡорға тултырыу ҡаралған, дамба бер төн эсендә эшләнгән, әлеге минуттарҙа уны тәрәнәйтеү бара. Белгестәр әйтеүенсә әле хәүефләнергә урын юҡ, зарарлы ҡушымталар һыуға эләкмәгән. Шуға ҡарамаҫтан уяулыҡты юғалтырға ярамай, әҙер булыу мотлаҡ.

Һыу ауыр металлдарға, кислородҡа һәм башҡа химик ҡатнашмаларға тикшерелә. Мәҫәлән, кислород нормаһы 6-нан юғарыраҡ булырға тейеш, әле һөҙөмтә яҡшы.

Әммә иң яҡшы лаборант ул – тереклек. Белгестәр фекеренсә, тикшереүҙең был алымын да инҡар итергә ярамай.

Ҡаҙмышлыла селбәрәләр йөҙә икән, тимәк, хәүефләнергә урын юҡ, балыҡ тик таҙа һыуҙы ғына һайлай.

Автор: Р.Кәримова.

Өфө ҡалаһы һәм Благовещен районында йәшәүселәр крандан һыуҙы ҡурҡмайынса эсә ала

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд