Башҡортостан менән Рәсәйҙең спорт министрлығы физик культура һәм спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан менән Рәсәйҙең спорт министрлығы физик культура һәм спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итәсәк https://bash.news/news/107343_bashortostan_menn_rsje_sport_ministrlyy_fizik_kultura_m_sport_lklrend_xemttshlek_itsk
10 окт 2019, 22:29

Ошо туралағы документҡа Түбәнге Новгородта асылған халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә Радий Хәбиров һәм Павел Колобков ҡул ҡуйҙы.Килешеү төп йүнәлештәр буйынса берлектәге эшмәкәрлекте күҙ уңында тота.

Атап үткәндә, төрлө кимәлдәге ярыштар ойоштороу, спорт инфрастуктураһы тыуҙырыу һәм сәләмәт тормошто популярлаштырыу. Федераль министр билдәләүенсә, Башҡортостан бөгөн физик культура һәм спорт менән системалы шөғөлләнеүселәр һаны буйынса илдә алдынғы урындарҙың береһен биләй.

Яҡтар араһында үткән осрашыуҙа Өфөлә спорт гимнастикаһы үҙәген төҙөү мөмкинлектәре, шулай уҡ республикала үтәсәк күләмле ярыштарҙы ойоштороуҙа хеҙмәттәшлек мәсьәләһе тикшерелде.

Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, 2020 йылда Өфө студенттар баскетболы ассоциацияһының «Йондоҙҙар уйынын», ә июндә волейбол буйынса «Милләттәр лигаһы»н ҡабул итәсәк. Ярыштарҙы юғары кимәлдә ойоштороу өсөн Башҡортостандың баш ҡалаһы халыҡ-ара талаптарға яуап биреүсе ҡунаҡхалар һәм спорт объектары менән тәьмин ителгән, тиелде осрашыуҙа.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостан менән Рәсәйҙең спорт министрлығы физик культура һәм спорт өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итәсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество