Республика мәктәптәре ашханаларында тикшереүҙәр дауам итә

Республика мәктәптәре ашханаларында тикшереүҙәр дауам итә https://bash.news/news/107345_respublika_mktptre_ashxanalarynda_tiksherer_dauam_it/?lang=bash
10 окт 2019, 22:30

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел белем биреү учреждениеларында балаларҙы туҡландырыуҙа байтаҡ етешһеҙлектәр барлығы асыҡланды.

Өҫтәлдәргә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан продукция, тулы булмаған порциялар ҡуйылырға тейеш түгел. Республика башлығы Радий Хәбиров етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә бер аҙна ваҡыт бирҙе. Ашханалар тәртипкә киләме? БСТ хәбәрсеһе Флорида Ким асыҡларға тырышты.

Бер аҙна элек кенә Булгаков мәктәбе ашханаһында үткән тикшереүҙәр продукция сифатын «икеле» билдәһенә баһаланы. Ит ризыҡтарының ҡаптарында маркировкалар табылмай, һөт аҙыҡтарының ҡулланыу ваҡыты күптән сыҡҡан була. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бындай учреждениеларҙы тәнҡитләп, хаталар өҫтөндә эш алып барыу маҡсатын ҡуйҙы.

Дезинсекция сараларынан һуң, ашханала быға тиклем ҡайҙалыр юғалып торған көндәлек меню эленә башлай. Малай-ҡыҙҙарға тәғәйен порция күләме лә боҙолмай.

Виталий Черевков, мәғариф өлкәһендә туҡландырыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе: “Бөтә иҫкәрмәләр менән етди эш алып барылды. Ашханаға өҫтәмә һыуытҡыстар, кәштәләр килтерелде. Асылған ит ҡаптарына ҡулланыу ваҡытын күрһәткән билдәләр йәбештереләсәк”.

Ашхаан эшмәкәрлеген тикшереүҙән ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Өлкәндәр өсөн махсус дегустация ойошторолдо. Әсәләр ризыҡтар тәмле, порцияларға аҙыҡ тейешенсә һалынған тип билдәләне.

Ирина ЯруллинаЮ, ата-әсәләр комитеты ағзаһы: “Мәктәптә ашап балаларымдың үҙҙәрен насар тойған осраҡтар булманы. Ашханала бешерелгән ризыҡтар сәләмәт туҡланыуға ярашлы әҙерләнә. Беҙҙең дәғүәләребеҙ юҡ”.

Булгаков лицейы – 17 ауыл уҡыусыларын берләштергән учреждение. Төҙөлөш проектына ярашлы, мәктәп 500 балаға белем биреүгә иҫәпләнгән, ә ысынында бында ике сменала меңдән артыҡ кеше уҡый. Был күрһәткес тә ашхана эшмәкәрлегенең еренә еткерелеп ойошторолмауына йоғонто яһауы ихтимал. Республиканың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ла даими тикшереүҙәр дауам итәсәк.

Автор: Флорида Ким.

Республика мәктәптәре ашханаларында тикшереүҙәр дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста