Башҡортостанда һалым грамоталығы аҙналығы үтә

Башҡортостанда һалым грамоталығы аҙналығы үтә https://bash.news/news/107346_bashortostanda_alym_gramotalyy_analyy_t
10 окт 2019, 22:31

Акция сиктәрендә федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре мәктәп уҡыусыларына һәм уларҙың ата-әсәләренә дәүләт үҫешендә һалымдарҙың роле хаҡында һөйләй, электрон сервистар мөмкинлектәрен күрһәтә. Шулай уҡ осрашыуҙа милек һалымдарын түләү ваҡыты хаҡында иҫкәртелә.

Бөгөн Өфөнөң 45-cе мәктәбе уҡыусылары «Минең һалым» мобиль ҡушымтаһы менән дә танышты, был система ярҙамында граждандар үҙаллы эш менән мәшғүл булып теркәлеп, бизнес менән шөғөлләнә ала. Программа тәьминәте клиенттарға чек ебәреү, һалымдарҙың күләмен күҙәтеү мөмкинлеген бирә.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостанда һалым грамоталығы аҙналығы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд