Бөгөн кардиоүҙәктә беренсе тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды

Бөгөн кардиоүҙәктә беренсе тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды https://bash.news/news/107347_bgn_kardiokt_berense_tapyr_enslekle_operaciya_yaaldy/?lang=bash
10 окт 2019, 22:32

Йөрәк дөрөҫ типһен өсөн күмәкләп, йәки аномаль йөрәккә уникаль әмәлиәт. Бөгөн республика кардиология үҙәгендә алты йәшлек балаға беренсе тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды. Әмәлиәтте Башҡортостан һәм Томск ҡалаһынан килгән хирургтар бергә эшләне. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек бишенсе йыл ойошторола. БСТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Башҡортостан һәм Томск ғилми тикшеренеү институты хирургтары республика кардиология үҙәгендә уникаль операция яһай. Алты йәшлек малайҙың йөрәгендә эбштейн аномалияһы. Был диагнозды ишетеү менән уны табиптарҙан башҡаларҙың аңламауы ла билдәле. Сөнки бик һирәк осрай торған сир.

Йөрәк формаһы дөрөҫ үҫешмәгәнгә, көсөргәнешле эшләй, бала икенсе ҡатҡа ла күтәрелә алмай, тыны ҡыҫылып төҫөн юғалта, спорт менән шөғөлләнеү, тиҫтерҙәре менән уйнау, һикереү тураһында һүҙ ҙә юҡ.

Операция ваҡытында сабыйҙың йөрәге тибеүҙән туҡтатылып тора, уның функцияһын медицина аппараты башҡара. Ә тәжрибәле хирургтар кескәй генә йөрәкте ысын мәғәнәһендә үҙгәртеп ҡора.

Был тауыш йөрәктең эшләй башлауын белдерә. Әмәлиәт ике өлөштән тора, белгестәр шунда уҡ ағза клапандарының эшмәкәрлеген дә тикшерә, протез ҡуйыу кәрәкме юҡмы икәнлеген ҡарай. Башҡортостанда бындай операция беренсе тапҡыр яһала һәм уны уңышлы үткәреүҙә Томск хирургтары оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Республикаға улар бишенсе йыл рәттән килә. Видеояҙманы төшөрөү ваҡыты операция дауамына һуҙыла. Сөнки белгестәр бер генә минутҡа ла процесты туҡтатып тора алмай. Һәм ниһайәт.

Евгений Кривощеков, Томск ҡалаһы кардиология ғилми-тикшеренеү институты кардиохирургия бүлеге етәксеһе: “Был төр операцияны мин пациентҡа тәүге тапҡыр туғыҙ йыл элек яһағайным. Үҙен яҡшы тоя, сәләмәтлеген күҙәтеп торабыҙ. Америкала ун йылға 230, Германияла 40 операция үткәрелгән. Беҙ ил клиникаларында хеҙмәттәштәребеҙ өсөн оҫталыҡ дәрестәрен даими ойошторабыҙ”.

Кардиология үҙәгендә йөрәк етешһеҙлегенә йылына алты йөҙ тирәһе әмәлиәт үткәрелә. Тыумыштан килгән был тайпылышты сабыйҙың бер йәше тулғансы бөтөрөү осраҡтары йышайған.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәге баш табибы: “Был проект «Башҡортостан балаларына сәләмәт йөрәктәр» тип атала һәм беҙ уны Томск белгестәре менән бергә алып барабыҙ. Йөрәк етешһеҙлегенә операциялар ҡатмарлы, һәр сабый ғүмерен һаҡлап ҡалыу маҡсатында эшләйбеҙ”.

Йөрәк боҙоҡлоғона операция яһау үҙенсәлектәре, яңы алымдар тураһында хирургтар конференцияла фекер алышты. Медицина көндән-көн камиллашҡан кеүек үк, күп төрлө сәбәптәрҙән дөрөҫ үҫешмәгән йөрәк менән тыуған балалар һаны ла кәмемәй. Улар тулы ҡанлы тормош менән йәшәй алһын өсөн хирургтар ошондай майҙансыҡҡа йыйылып тәжрибә уртаҡлаша.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн кардиоүҙәктә беренсе тапҡыр үҙенсәлекле операция яһалды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста