Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһы продукцияларын бушлай таратыу буйынса яңы пункт эшләй башланы

Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһы продукцияларын бушлай таратыу буйынса яңы пункт эшләй башланы https://bash.news/news/107348_strletama_alaynda_t_kuxnyay_produkciyalaryn_bushlaj_taratyu_bujynsa_yay_punkt_eshlj_bashlany
10 окт 2019, 22:32

Ошоға тиклем ваҡытлыса нөктәләр булһа, хәҙер һөт ризыктарын айырым кибеттә алырға мөмкин. Һөт кухняһының урынлашыу урыны ла уңайлы, тип билдәләй халыҡ. БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы. Стәрлетамаҡ һөт фабрика-кухняһында етештерелгән һөт, кефир һәм эремсек балалар өсөн тәғәйенләнгән. Был программа «Демография» милли проектына ярашлы Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Стәрлетамаҡта һөт кухняһы яңыраҡ эш башлауға ҡарамаҫтан, ризыҡ менән күрше район балалары ла тәьмин ителә.

Июль башында асылған һөт фабрикаһы сеймалды урындағы фермерҙарҙан һатып ала. Бер тәүлек эсендә уларҙан эремсек, һөт, кефир әҙерләнә. Артабан тапшырыу пункттарына илтеп ҡуйыла. Һөт файҙалы һәм балаларға бик кәрәкле ризыҡ. Ауылдағы кеүек сифатлы аҙыҡты балалар яратып ашай, ти Ләйсән Шаһиева. Йәш әсә, һөт аҙыҡтарын бушлай алыу мөмкинлеге ғаилә бюджетын һаҡсыл тотонорға ярҙам итә тигән фекерҙә.

Аҙ милекле ғаиләләр һөт ризыҡтарын аҙнаһына ике тапҡыр бушлай ала. Ошоға тиклем улар ваҡытлы пункттарҙа хеҙмәтләндерелһә, хәҙер һөт кухняһы айырым кибеттә урынлашҡан.

Бушлай һөт продукцияһы менән 6 айҙан алып 3 йәшкә тиклемге балалар тәьмин ителеү хоҡуғына эйә. Кәрәкле документтарҙы туплағандан һуң, ризыҡ ғаиләләргә исемлек буйынса таратыла. Быға тиклем һөт кухняһы хеҙмәте льготалы граждандар өсөн генә тәғәйенләнһә, хәҙер уның менән һәр кем файҙалана ала.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһы продукцияларын бушлай таратыу буйынса яңы пункт эшләй башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд