Өфөлә «Йәштәр – республика йөрәге» фестивале үтте

Өфөлә «Йәштәр – республика йөрәге» фестивале үтте https://bash.news/news/107349_fl_jshtr_respublika_jrge_festivale_tte
10 окт 2019, 22:33

Йолаға әйләнгән был сара йылдағыса Республика көнө алдынан ойошторола.

«Башҡортостан» сауҙа үҙәге алдында музыка, спорт һәм карьера йүнәлештәре буйынса майҙансыҡтар эшләне. Тамашасылар өсөн «Чемпион менән зарядка», ҡул эштәре күргәҙмәһе әҙерләнгән. Йәштәр тарафынан был байрам юғары баһалана, шуның өсөн йыл һайын үткәрәбеҙ, ти ойоштороусылар.

Спорт майҙансығында эстафета ойошторолдо, теләүселәр ГТО нормаларын тапшырҙы. Ярышта 18- 35 йәшлек эшләп йөрөүсе йәштәр ҡатнашты, еңеүселәр бүләктәр менән тәбрикләнде. Сәхнәлә Өфө вуздарының коллективтары сығыш яһаһа, күрше майҙанда вакансиялар йәрминкәһе үтте.

Диана Вахитова: “Бик күп вакансиялар тәҡдим итәләр, үҙем өсөн ҡыҙыҡлыһын билдәләп ҡуйҙым. Студент булараҡ минең өсөн эш графигы мөһим, еңел графиклы эш таптым”.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Өфөлә «Йәштәр – республика йөрәге» фестивале үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество