Киләһе аҙнала республиканың иң матур ауылы билдәле буласаҡ

Киләһе аҙнала республиканың иң матур ауылы билдәле буласаҡ https://bash.news/news/107350_kile_anala_respublikany_i_matur_auyly_bildle_bulasa
10 окт 2019, 22:34

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм «Республиканың муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы тарафынан ойошторолған конкурсҡа ниһәйәт йомғаҡ яһала.

Бәйгенең икенсе этабына ун ауыл үткәйне, улар хаҡында видеояҙмалар төшөрөлөп, «Сәләм» тапшырыуында күрһәтелде. Тамашасылар интернет ярҙамында еңеүсене билдәләүҙә ҡатнаша алды, бөгөн тауыш биреү тамамланды.

Учалы районы Наурыҙ ауылын 51 меңдән ашыу кеше хуплап сыҡҡан, шулай уҡ Мишкә, Ишембай, Салауат, Шаран районындарында урынлашҡан ауылдар өсөн дә тауыш биреүселәр күп. Шулай ҙа ярыш бының менән генә тамамланмай. Конкурстың жюри комиссияһы баһалау һөҙөмтәләре иҫәпкә алынғас ҡына, финалға сыҡҡан өс ауыл билдәләнә.

Әлфиә Хәбирова, «Сәләм» тапшырыуы хәбәрсеһе: “17 октябрҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа иртәнге сәғәт 9-ҙан 10-ға тиклем жюри ағзалары республиканың иң матур ауылын билдәләй. Приз фонды бер миллион һум. Тәүге урын өсөн 500 мең һум бүләк ҡаралған. Жюри алдында яуаплы бурыс – еңеүсене билдәләү”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Киләһе аҙнала республиканың иң матур ауылы билдәле буласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд