Әбйәлил районында күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған скульптура ҡуйылды

Әбйәлил районында күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған скульптура ҡуйылды https://bash.news/news/107351_bjlil_rajonynda_krenekle_mriftse_miftaxetdin_amullaa_arnalan_skulptura_ujyldy
10 окт 2019, 22:35

Белемгә өндәүсе «Асыҡ китап». Әбйәлил районында башҡорт халҡының күренекле шәхесе, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла иҫтәлегенә арналған скульптура барлыҡҡа килде.

Башҡортостандың 100 йыллығына һәм республика көнөнә арналған үҙенсәлекле бүләк Ансар Төлкөбаев башланағысы менән төҙөлдө. Урындағы ветерандар советы рәйесе был ниәтен күптәнән тормошҡа ашырырға хыялланған.

Ансар Ғаттар улының изге эшен Әбйәлилдә йәшәүселәр шунда уҡ күтәреп алған. Улар буласаҡ китапты һынландырыу һәм урынлаштырыуға аҡсалата ярҙам күрһәткән. Ә инде яуаплы эште атҡарыу бурысы Рәсәйҙең билдәле скульптуры Сергей Ёлкинға ышанып тапшырылған.

Әйткәндәй, асыҡ китап формаһындағы скульптураны ҡайҙа урынлаштырға тигән һорау тыумаған. Ҡоролманы бер тауыштан район үҙәгендәге китапхана алдында ҡуйырға ҡарар ителгән. Объектты асыу тантанаһында ҡатнашыусылар башҡорт телен үҫтереү һәм уҡыусылар һанын артырыу буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Һуңынан йыйылған ҡунаҡтар һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Автор: Илдар Байбулатов.

Әбйәлил районында күренекле мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған скульптура ҡуйылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Курай даны
Минземимущество