«Полиэф» предприятиеһындағы авария эҙемтәләрен тикшереү дауам итә

«Полиэф» предприятиеһындағы авария эҙемтәләрен тикшереү дауам итә https://bash.news/news/107355_polief_predpriyatieynday_avariya_eemtlren_tikshere_dauam_it
10 окт 2019, 22:42

Борсолорға урын юҡ. Эсәр һыуҙа химик мәтдәләрҙең миҡдары норманан артыҡ түгел, тип белдерә «Өфө һыу каналы» етәкселеге. «Полиэф» предприятиеһында авариянан һуң лаборатория хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә эшләргә күскән.

Тәүге һыу өлгөләре кисә кисен үк, бетон резервуар емерелгәндән һуң сәғәт ярым үткәс тә алынған. Әлеге ваҡытта Өфөгә ошо лабораторияға һыу өлгөләрен сәғәт һайын тикшереүгә килтерәләр. Һыу анализдарында зарарлы химик мәтдәләр булыуы асыҡланмаған, эсәр һыу нормативтарға тап килә, ти белгестәр.

Роза Тоғошова, «Өфө һыу каналы» предприятиеһы лаборанты: “Тәүлек әйләнәһенә һыу сифатын тикшереп торабыҙ.Кисә сәғәт киске ундан тәғәйен ваҡытта анализдар эшләйбеҙ”.

Автор: Гүзәл Борханова.

«Полиэф» предприятиеһындағы авария эҙемтәләрен тикшереү дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд