Бөгөн Башҡортостан оло байрамын билдәләй

Бөгөн Башҡортостан оло байрамын билдәләй https://bash.news/news/107398_bgn_bashortostan_olo_bajramyn_bildlj
11 окт 2019, 21:58

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ы Юғары советы Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте. Ошо уңайҙан Башҡортостандың барлыҡ төбәктәрендә лә байрам саралары ойошторола.

Рәсми саралар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Милли батырыбыҙға дан йырлау тантанаһында Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, хөкүмәт ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары ла ҡатнашты.

Рәсми вәкилдәр шулай уҡ Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды. Башҡорт милли әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың тәүге хөкүмәте ағзаһы, халҡы, туған теле, тыуған ере өсөн янып-көйөп йәшәгән бөйөк шәхес – Шәйехзада Бабич республиканың бөгөнгөһөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.

Автор: Айнур Кәбиров.

Бөгөн Башҡортостан оло байрамын билдәләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA