Саҡмағош районында балалар баҡсаһы һәм социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды

Саҡмағош районында балалар баҡсаһы һәм социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/107402_samaosh_rajonynda_balalar_basay_m_social_torla_fajalanyua_tapshyryldy/?lang=bash
11 окт 2019, 22:05

Республика көнө уңайынан төбәктәрҙә күләмле байрам саралары ойошторола, төрлө социаль объекттар ҡалҡып сыға. Бөгөн республикала тағы бер балалар баҡсаһы һәм социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

«Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһына ярашлы Саҡмағош районының Йомаш ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды. Яңы бина төҙөү өсөн республика бюджетынан 82 миллион һум аҡса бүленгән. Ошоға тиклем бында 40 бала йөрөй алһа, яңы балалар баҡсаһы 95 сабыйға иҫәпләнгән.

Сабыйҙар төрлө яҡтан үҫешһен өсөн музыка залы, рәсем төшөрөү студияһы, методика һәм медицина кабинеттары булдырылған. Балалар менән эшләргә логопед, психолог һәм тәрбиәселәр йәлеп ителгән.

Айбулат Хажин, Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы: “Республикала сифатлы тәрбиә һәм уҡытыу булдырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырыла. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 22 мәктәпкәсә учреждение асыу ҡаралған. Республика хөкүмәте тарафынан бындай иғтибар күптән юҡ ине”.

Саҡмағоштарҙың шатлығы бының менән тамамаланманы. 2018 йылдың июнь айында төҙөлә башлаған күп фатирлы йорт ҡулланыуға тапшырылды. Барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған фатирҙарҙа яңы ремонт, коммуникация селтәрҙәре үткәрелгән, өлөшләтә техника урынлаштырылған. Тантаналы рәүештә райондың социаль-иҡтисади өлкәһендә эшләгән 4 ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды. Өй туйлаусыларҙың шатлығын уртаҡлашырға тип туғандары, район хакимиәте вәкилдәре йыйылды.

Республика көнөнә бағышланған саралар урындағы Мәҙәниәт йортонда дауам итте. Район хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев төрлө өлкәләрҙә юғары баһаланған һәм республиканы үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙе билдәдәләп үтте. Улар почетлы грамоталар һәм юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Шулай уҡ сарала күп йылдар бергә тормош иткән парҙар тәбрикләнде. Тантаналы йыйылыш сағыу концерт программаһы менән тамамланды.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Саҡмағош районында балалар баҡсаһы һәм социаль торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста