Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә мәғариф учреждениеһы сафҡа инде

Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә мәғариф учреждениеһы сафҡа инде https://bash.news/news/107403_bajma_alayny_knya_bitend_marif_uchrezhdeniey_safa_inde/?lang=bash
11 окт 2019, 22:05

Республика көнөнә – оло бүләк. 240 уҡыусыға тәғәйенләнгән мәктәп һәм 120 урынлыҡ балалар баҡсаһынан торған комплекс, «100 йыллыҡҡа – 100 объект» республика проекты сиктәрендә төҙөлдө. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡтың көньяҡ өлөшөндә яңы биҫтә барлыҡҡа килде. Сөнки тап ошо яланда йәш һәм ишле ғаиләләргә ер участкалары күпләп бүленде. Өй туйлаусылар күбәйгән һайын балалар баҡсаһы менән мәктәп төҙөү ихтыяжы ла арты. Шунлыҡтан район етәкселеге биҫтәлә мәғариф учреждениеһын сафҡа индереү бурыусы ҡуйҙы.

Үҙенсәлекле проект төҙөлөшө заман талаптарына яуап бирә. Яҡты һәм иркен бүлмәләр уҡыусыларға юғары кимәлдә белем алырға ярҙам итәсәк.

Мәғариф комплексында медпункт, китапхана, спорт залы, ашхана урынлашҡан. Бина лифт менән дә йыһазландырылған. 120 урынлыҡ балалар баҡсаһында кескәйҙәр үҫешһен, ял итһен һәм уйнаһын өсөн бар шарттар тыуҙырылған.

Бишенсе мәктәп һуңғы 19 йыл эсендә ҡалала төҙөлгөн тәүге белем усағы. Уның асылыуы 56 хеҙмәткәргә, шул иҫәптән уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе эш урындары менән тәьмин итте.

Комплекс биләмәһендә спорт һәм уйын майҙансыҡтары төҙөлгән. Мәктәп үҙ ишектәрен асҡан көндө ҡунаҡтар тарафынан йәш үҫентеләр ҙә ултыртылды.

Автор: Илдар Байбулатов.

Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә мәғариф учреждениеһы сафҡа инде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста