Башҡортостан Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Стәрлебаш һәм Федоровка райондарында булды

Башҡортостан Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Стәрлебаш һәм Федоровка райондарында булды https://bash.news/news/107450_bashortostan_bashlyy_bgn_esh_sfre_menn_strlebash_m_fedorovka_rajondarynda_buldy
12 окт 2019, 23:26

Радий Хәбиров төбәктә социаль обьекттар төҙөлөшөн, республика программаларының үтәлешен тикшерҙе. Эш сәфәрендә күтәрелгән проблемалар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Стәрлебаш районындағы тәүге нөктә экологик хәл менән бәйле. Былтыр Первомайский ауылы эргәһендә таҙартыу ҡоролмаһы һалына башлай, әммә Мәҡсүт һәм Ибраҡай халҡы ҡаршы булыу сәбәпле төҙөлөш туҡтатыла. Хужалар әйтеүенсә, ҡоролманың һыуы йылғаға ағып төшә һәм тирә яҡ мөхиткә зыян килтерәсәк. Район етәкселеге төҙөлөшкә тәғәйен ваҡыт тамамланыр һәм бүленгән аҡса юғалыр тип борсола. Радий Хәбиров яңы майҙан билдәләргә ҡушты.

Стәрлебашта башҡорт ихаталары программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла, быйыл ете йорт янындағы ике ихата ремонтланған, ошо маҡсатта бөтәһе 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Радий Хәбиров Первомайский ауылында фельдшер-акушер пунктын, полиция участкаһын да ҡараны.Халыҡ бинаның беренсе ҡатында клуб асыуҙы ла һорай. Республика башлығы проект әҙерләргә ҡушты. Стәрлебаш районы үҙәгендәге спорт- һауыҡтырыу комплексында ла ремонт талап ителә, бассейндан һыу аға башлаған. Халыҡ волейбол майҙансығы ла һорай, әммә Радий Хәбиров тә сиратта йөҙөү комплексын ремонтларға ҡушты.

Үҙәк район дауаханаһында иһә элекке поликлиника бинаһын торлаҡ итеп үҙгәртеү ҡаралған, белгестәр өсөн 12 фатир буласаҡ. Радий Хәбиров табиптарҙың онкологияға ҡаршы көрәше менән ҡыҙыҡһынды, белгестәр әйтеүенсә яман шеш йыш осрай.

Стәрлебашта башҡорт ихаталары программаһы ла уңышлы тормошҡа ашырыла, быйыл ете йорт янындағы ике ихата ремонтланған, ошо маҡсатта бөтәһе 3 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.

Еңеү паркында ла балалар майҙансығы төҙөлгән, балаларҙы тән йәрәхәттәренән һаҡлау өсөн хәүефһеҙ япма һалынған. Ремонттан һуң бында фонтан, яңы арт обьекттар ҙа ҡалҡып сыҡҡан.

Федоровка районында иһә италия инвесторҙары яҡынса һигеҙ мең баш мал һимертеүгә тәғәйенләнгән ферма төҙөргә ниәтләй, йылына биш мең тоннанан ашы ит һатыу ҡаралған. Радий Хәбиров инвесторҙарға инфраструктара менән ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе. Ә район үҙәгендәге бассейн төҙөү тамамланыу алдында. Заманса обьектты быйыл файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған, ул Башҡортостандың йөҙ йыллығына төҙөлгән объекттарҙың береһе. Кирюшкино ауылы эргәһендәге күпер ҙә йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырыла.

Балалар ижады үҙәген дә төҙөкләндереү талап ителә, ике йөҙгә яҡын бала шөғөлләнгән учреждениеның бер өлөшө емерек хәлдә. Республика башлығы проблема ентекләп өйрәнелгәндән һуң ҡарар ҡабул ителәсәк тине.

Радий Хәбиров төбәккә эш сәфәрен һөҙөмтәле тип билдәләне. Ике районда ла эш сәфәре башлыҡ сәғәте менән тамамланды, йәғни көн дауамында ҡарарған мәсьәләләр ентекләп тикшерелде, хәл итеү юлдары барланды.

Район ҡалалар буйлап эш сәфәрҙәре обьекттар буйлап йөрөү генә түгел, урындағы йәмәғәтселек менән осрашыуҙар проблемаларҙы асыҡларға, үҫеш йүнәлештәрен билдәләргә булышлыҡ итә.

Автор: Р.Кәримова.

Башҡортостан Башлығы бөгөн эш сәфәре менән Стәрлебаш һәм Федоровка райондарында булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров