Башҡортостанда барлыҡ муниципалитеттарҙың да үҙәк урамдары төҙөкләндерелеүе мөмкин

Башҡортостанда барлыҡ муниципалитеттарҙың да үҙәк урамдары төҙөкләндерелеүе мөмкин https://bash.news/news/107451_bashortostanda_barly_municipalitettary_da_k_uramdary_tklnderelee_mmkin
12 окт 2019, 23:26

Бының өсөн яңы программа иғлан ителәсәк. Ошо турала Радий Хәбиров ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашыуҙа белдерҙе. Төбәк етәкселәре Өфөнөң «Бейеүсе торналар» фонтаны һәм «Беренсе май» паркында ойошторолған күсмә экскурсияла ҡатнашты. Әлеге ваҡытта төҙөкләндереүсе бындай объекттар заманса ял итеү урындарының комплекслы өлгөһө, тине Башҡортостан башлығы.

Экскурсия барышында Радий Хәбиров шулай уҡ урындағы халыҡ менән дә әңгәмәләште. Кешеләр парктарҙа башлаған төҙөкләндереү эштәре өсөн оло рәхмәтен еткерҙе. Республика етәксеһе билдәләүенсә, киләһе 2020 йылда төҙөкләндереү эштәренә тағы ла күберәк иғтибар йүнәлтеләсәк.

Бер үк ваҡытта һәр ауылдың үҙенә йәлеп итеүсе урындары бар. Тап ошондай ерҙәр беренсе сиратта тәртипкә килтерелергә тейеш. Ә инде ҡалалар араһында төп эштәрҙе Ишембай, Бөрө һәм Бәләбәй райондарында атҡарыу ҡаралған.

Автор: Илдар Байбулатов.

Башҡортостанда барлыҡ муниципалитеттарҙың да үҙәк урамдары төҙөкләндерелеүе мөмкин

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир