Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика менән етәкселек итеүенә бер йыл

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика менән етәкселек итеүенә бер йыл https://bash.news/news/107452_bgn_bashortostan_bashlyy_radij_xbirovty_respublika_menn_etkselek_iteen_ber_jyl
12 окт 2019, 23:27

Тыуған яғын күтәрергә ҡайтты. Теүәл бер йыл элек ил президенты ҡарары менән Радий Хәбировҡа яуаплы бурыс – Башҡортостанды етәкләү тапшырылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала күптән көтөп алынған үҙгәрештәр башланды, төбәк башлығы ҡул менән идара итеү режимында чиновниктарҙың эшкә яуаплылығын арттырҙы, һөҙөмтәлә юғары темпта эшләргә өйрәнмәгән түрәләр эш урындарын бушатырға мәжбүр булды. Төбәктең сәйәси, социаль-иҡтисади тормошондағы көтөлмәгән боролоштар хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина

Биш көнлөк уҡытыуға күсеү, юлдарҙа тәртип булдырыу, чиновниктарҙың яуаплылығын арттырыу. Интернет киңлектәренә һалынған был видеояҙманы бер нисә сәғәт эсендә меңдәрсә кеше ҡарап өлгөргән. Блогер Аника Ти бер минут һәм ҡырҡ секунд эсендә Радий Хәбировтың шәхси тормошо һәм һөнәри эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһап, «зачет» билдәһе ҡуя. Тыуған яғы – дүрт миллионлы халҡы булған Башҡортостанға ҡайтыуҙы сәйәсмән үҙе лә оло ҡыуаныс менән ҡабул итте.

Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә «өйҙә» тигән хэштег ҡуйылыуы ла Башҡортостанға йылы ҡараш билдәһе. Республика етәксеһе тәүге көндән үк халыҡ янына ынтылды, асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙән ситләшмәне.

Бер йыл эсендә ул Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларын урап сығып, халыҡты борсоған проблемалар менән яҡындан танышты. Ә улар күп. Газ, һыуға мохтажлыҡ булһынмы, социаль объекттарғамы?! Йәшәү сифаты түбән икән, кем ғәйепле?! Радий Фәрит улы чиновниктарҙың эшкә ҡарата яуаплылығын арттырҙы. Шелтәне лә йәлләмәне.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Мин һәр ваҡыт ғәҙеллек яғында йәшәнем һәм етәкселәрҙән дә шуны талап итәм. Кем минең менән риза түгел, улар китәсәк, тәртип урынлаштырасаҡмын”.

Тәртип урынлаштырыу тәүге ултырыштарҙан уҡ башланды. Иң беренсе булып эш урынын һаулыҡ һаҡлау министры ҡалдырҙы, күп тә үтмәй вице-премьерҙар вазифаларын бушатты. Көтөлмәгән боролош - власть кимәлендә эшкә ҡараш үҙгәрә, яуаплылыҡ арта.

Фәнил Фәйзуллин, философия фәндәре докторы, профессор: “Чиновниктар алдында ҙур талаптар ҡуйыу, бына элекке кеүек тыныс ҡына ятып, үҙенең фнукцияларын ашыҡмай ғына эшләп йөрөгән чиновниктарҙы активыраҡ эшләргә был килтерҙе”.

Юғары кабинеттарҙа ултырған чиновниктар ниһайәт халыҡҡа хеҙмәт итә башланы, Радий Хәбиров республикала байҙарса ҡыланыуҙарға сик ҡуйҙы

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Әгәр мине ҡайҙалыр етәкселәрҙең “түрәлеген” күрәм икән, быға юл ҡуймаясаҡмын, сөнки халыҡ башлыҡтарҙан өлгө ала”.

Төбәк етәксеһе интернет киңлектәрендә барлыҡ чиновниктарҙан да халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙы талап итте. «Инцидент» менеджмент программаһының барлыҡҡа килеүе лә республикала йәшәүселәрҙе борсоған киҫкен проблемаларҙы күрергә, тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Социаль селтәрҙәргә рәхмәтлемен, улар беҙҙең хәрәкәттәребеҙҙе тикшереп тора. Ваҡытында проблеманы асыҡлауға, уны хәл итеүгә бик уңай”.

Республика етәксеһе үҙе лә көтмәҫтән популяр блогерға әйләнде. Ул интернетты ҡорал булараҡ ҡулланып, халыҡ менән аралаша, кәңәшләшә.

Артур Иҙелбаев, блогер: “Радий Фәрит улының социаль селтәрҙәге сәхифәләрен өс йөҙ меңдән ашыу кеше уҡып бара, был ҙур күрһәткес тип уйлайым мин, башҡа төбәктәрҙә улай күп түгел. Был уның популяр һәм халҡы менән тығыҙ бәйләнештә булыуын күрһәтә”.

«Бер йыллыҡ әҙерлек курсттары тамам, бөттө, алға!» Камил Буҙыҡаев та был аҙнала республика етәксеһенең эшмәкәрлеген образлы сағылдырып, интернет киңлектәренә һалды. Карикатуралар оҫтаһы билдәләүенсә, онлайн-режимда Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәләрҙе күҙәтеү хәҙер үҙе бер ләззәт. "Радий Хәбиров холҡо менән танкты хәтерләтә,"-тип белдерә ижадсы.

Камил Буҙыҡаев, карикатуралар оҫтаһы: “Радий Фәрит улы әрләп тә ташлай торған, һүҙгә лә үткер. асыуы ла килеп китә уның, бик ҡыҙыҡ ҡарауы, оперативкаларҙы береһен дә ҡалдырған юҡ”.

Ыңғай үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәне. Башҡортостан байлығы - карьерҙарҙы талаусыларға ҡаршы көрәш, район-ҡала урамадарында яҡтыртыу ҡорамалдарын ҡуйып, ҡара нөктәләрҙе бөтөрөү, күп ҡатлы йорт подъездары-ихаталар өсөн махсус программаларҙың эшләй башлауы – быларҙың барыһы ла халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Әйтәйек, быйыл Башҡортостанда мең ике йөҙ саҡрымдан ашыу юл төҙөкләнлерелде, уҙған йылдар менән сағыштырғанда рекорд күрһәткес.

«Башавтотранс» автопаркының яңырыуы ла – Өфө менән муниципалитеттар араһында транспорт бәйләнешен булдырыуға килтерҙе. Бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар тергеҙелде.

Самат Мөхәмәтйәнов, философия фәндәре докторы, профессор: “Шунан һуң элекке һымаҡ туҡталыштарҙа этеш-төртөш юҡ, легаль булмаған автобустар юғалды, дауаханаларға, мәктәптәргә - яңы автобустар алынды. Былар һәр кешенең күңеленә барып инә”,

Мәктәптәрҙә туҡланыуҙың «берҙәм меню» буйынса ойошторолоуы, һөт кухняларының ҡайтарылыуы, яңы мәғариф, медицина учреждениеларының сафҡа индерелеүе лә - күптән көтөп алынған ваҡиға.

Рәшит Баҙыҡов, медицина фәндәре докторы, профессор: “Ошо йыл эсендә ҙур капиталь төҙөлөш кардиоүҙәктә, онколодиспансерҙа, ул ҙур шатлыҡ, ул бит мөмкинлек бирә беҙҙең халыҡҡа ситтә дауаланмаҫҡа”.

Социаль мәсьәләләрҙең хәл ителеше менән бер рәттән Башҡортостанда инвестиция климатының яҡшырыуы ла күҙәтелә, ярты йылда инвестициялар күләме ун дүрт процентҡа артҡан. Махсус иҡтисади биләмәләр булдырылыуы ла ыңғай күренеш. Хәҙер һәр район-ҡала хакимиәтендә бизнес-шерифтар эшләй, тап улар урында эшҡыуарлыҡ үҫеше өсөн яуаплы.

Азамат Барлыбаев, иҡтисад фәндәре кандидаты: “Республика етәкселеге ҙур маҡсаттар ҡуя киләһе биш йылға, инвестициялар ике тапҡыр артыуы күҙәтелә. Ул яңы предприятиелар тигән һүҙ, яңы эш урындары, һалымдар һәм яңы мөмкинлектәр”.

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса ла аныҡ маҡсаттар ҡуйыла. Был Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайы Съезында ла сағылыш тапты.

Илгиз Солтанморатов, Башҡортостандың халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы, социология фәндәре кандидаты: “Махсус программалар ҡабул ителә, матди ярҙам һиҙелә. Сит төбәктәрҙә йәшәгән беҙҙең башҡорттарға тарихи-мәҙәни үҙәктәр асыу тигән ҡарары бар, ул беҙҙең сентябрҙәге указында бар”.

Радий Хәбиров республикала спортты үҫтереүгә лә етди ҡарай, тиҙҙән Өфөлә көрәш, волейбол буйынса буйынса донъя чемпионаттары уҙғарыласаҡ. шулай уҡ һәр район-ҡалала йөҙөү бассейндарын булдырыу ҙа – тормошҡа ашырыласаҡ маҡсаттың береһе. Хоккей булһынмы, футболмы, ат сабыштарымы – республика етәксеһе матч, турнирҙар, һабантуйҙарҙы ҡалдырмай – республика халҡы менән еңеүгә ынтыла.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика менән етәкселек итеүенә бер йыл

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров