Республика көнөнә арнап төбәктә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо

Республика көнөнә арнап төбәктә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо https://bash.news/news/107453_respublika_knn_arnap_tbkt_auyl_xuzhalyy_jrminklre_ojoshtoroldo
12 окт 2019, 23:28

Ҡала халҡына аҙыҡ-түлекте ташлама менән һатып алырға мөмкин булды. Йәрминкә үткән майҙандарҙа мәҙәни программа ла тәҡдим ителде. Республика төбәктәрендә үткән йәрминкәләренән БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы..

Башҡалабыҙ Өфөнөң һигеҙ майҙанында байрам йәрминкәләре ойошторолдо. Йәштәр һарайы алдында Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Шишмә һәм Миәкә райондары ауыл хужалығы эшсәндәре экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлек тәҡдим итте. Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәр ҡала халҡының ихтыяжын да яҡшы белә. Төҫлө кәбеҫтә менән сауҙа итеүсе Клара Ғиләжетдинованың сауҙа кәштәләре янынан халыҡ өҙөлмәй. Оҙаҡ йылдар себер тарафтарында йәшәгән ханым,тыуған еренә ҡайтып, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул Башҡортостан халҡына иң кәрәкле йәшелсә алып килгән.

Йәштәр һарайы алдында иң татлы ризыҡ балды ла тәмләп ҡарарға мөмкин ине. Нуриман районы Яңы Исай ауылынан умартасы Николай Саханьков өфөлөләргә сифатлы йүкә, сәскә балдарын тәҡдиим итте. Экологик яҡтан таҙа төбәктә етештерелгән бал һәр өҫтәлдә лә булырға, тейеш, ти, уңған хужа.

Йәштәр һарайы алдындағы бал йәрминкәһендә шулай уҡ балауыҙ, прополис кеүек ҡортсолоҡ продукцияһы ла тәҡдим ителде. Өҫтән ямғыр һибәләп тороуға ҡарамай, фермерҙар, шәхси хужалыҡтар һәм ҡала халҡы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә әүҙем ҡатнашты. Өфөнөң Дим районында ойошторолған йәрминкәлә лә халыҡ баҙар хаҡтарынан күпкә арзаныраҡ хаҡҡа ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ түлек запасын тупланы.

Сифатлы бал етештереүселәрҙең яҡшы даны Өфөлөлөргә күптән таныш. Уңған ғаиләнән йыл һайын бал һатып алыусылар ҙа етәрлек.

Күгәрсен районынан Ирина һәм Геннадий Годуленколар йәрминкәлә тәүгә ҡатнаша. Улар республика байрамына арналған сараның яҡшы ойошторолоуынан ҡәнәғәт.

Ирина Годуленко, умартасы: “Йәрминкәлә тәүгә ҡатнашабыҙ. Бик яҡшы ойошторолған. Иртәгә лә һатыуға сығасаҡбыҙ”.

Сауҙа нөктәләре эргәһендә йыр-моңға үрелгән концерт прораммаһы ла тәҡдим ителде. Дим районының йәш һәүәҫкәр артистары йәрмикәгә килеүселәргә рух күтәренкелеге бүләк итте.

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылынан Елена Антонова шәхси хужалыҡ тота. Республика көнө уңайынан ойоштролған йәрминкәгә үҙҙәре үҫтергән йәшелсәләрҙе алып килгән. Кәбҫтәнең килограмын 20 һумдан тәҡдим итә. Уларҙың ҡайһы берҙәренең ауырлығы 7 килограммдан ашыу, ти хужабикә.

Республиканың көнбайыш зонаһында Яңауыл районында ла ауыл хужалығы йәрминкләре юғары кимәлдә ойошторолдо. Йыл һайын үткәрелгән сарала быйыл бөтә ауыл хужалығы предприятиелары ла әүҙем ҡатнашты. Күрше өлкәләрҙән дә ауыл хужалығы продукцияһын тәҡдим итеүсе фермерҙар ҡатнашты. Халыҡ һуған, бәрәңге кеүек йәшелсә муллығынан һәм сифатынан ҡәнғәт ҡалды һәм ҡош-ҡорт та һатып алды.

Баҡалы районының ауыл хужалығы эшсәндәре йәрминкәһендә бойҙай, арпа, ҡарабойҙай кеүек иген культуралары һәм көн һайын өҫтәлдә ҡулланыла торған сифатлы аҙыҡ-түлек тәҡдим ителде.

Республиканың бөтә райондарында ойошторолған йәрмикәләр ветеринария хеҙмәттәре күҙәтеүендә үтте. Һатыуға сығарылған һәр тауар ентекле тикшерелгәндән һуң ғына һатыуға тәҡдим ителде. Төбәк халҡы Башҡортостанда етештерелгән сифатлы ауыл хужалығы продукцияһын алып ҡыуанды. Республиканың йөҙ йыллығына арналған байрам йәрминкәләре төбәктә ике көн буйына дауам итте.

Автор: Гүзәл Борханова.

Республика көнөнә арнап төбәктә ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA