Республика көнөндә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә мансылды

Республика көнөндә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә мансылды https://bash.news/news/107454_respublika_knnd_niagara_sharlauyy_bashortostan_flagy_ttren_mansyldy
12 окт 2019, 23:34

Алыҫ Канадала Башҡортостан әләме. Республика көнөндә Төнъяҡ Америкала йәшәүсе миләттәштәребеҙ Ниагара шарлауығын Башҡортостан флагы төҫтәренә мансыны. Был мөғжизә яҡташтарыбыҙ өсөн генә түгел, барлыҡ туристар өсөн дә оло байрамға әйләнде.

Океан артында йәшәүсе милләтәштәребеҙгә Башҡортостандан ҡош телендәй генә хәбәр ҙә үтә ҡәҙерле. Ә инде тотош Ниагара шарлауығының тыуған яҡ сәләмен еткереүе онотолмаҫлыҡ ваҡиға. Был мәлде күрергә тип ҡитғаның икенсе осонда йәшәүсе милләтәштәребеҙ ҙә килгән.

Республика көнөндә Ниагара шарлауығының Канадалағы өлөшөн Башҡортостан флагы төҫтәренә буяу Төнъяҡ Америкалағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Фәриҙә Сәмерханова башланғысы. Был ниәтен ул күңелендә күптәнән йөрөтә.

Был башланғысты милләттәштәштәребеҙ дәррәү күтәреп ала. Лазер ярҙвамында йәшел, аҡ, зәңгәр төҫтәргә мансылған шарлауыҡ, байрам фейерверкы, дәртле башҡорт көйҙәре башҡа туристтаҙы ла битараф ҡалдырманы.

Төньяҡ Америка дәүләтендә бик күп милләттәштәребеҙ йәшәй. Ғөрөф-ғәҙәттәргә, милли йолаларға тоғро ҡалған яҡташтарыбыҙ йыл да һабантуйҙар, башҡа милли байрамдар, уйындар уҙғара. Киләсәктә улар Онтарио күле ярында Салауат Юлаевтың бюсын да ҡуйырға хыяллана. Әле төрөк скульпторы уның балсыҡ макетын әҙерләгән. Тиҙҙән милли батырыбыҙ тимер һында барлыҡҡа киләсәк. Үҙебеҙ ситтә йәшәһәк тә йөрөгебеҙ Башҡортостанда ҡалған, ти яҡташтарыбыҙ.

Автор: Айнур Кәбиров.

Республика көнөндә Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәренә мансылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA