Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды

Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды https://bash.news/news/107458_bgn_sanktpeterburgta_bashortostan_mnite_m_marify_kndre_tamamlandy
12 окт 2019, 23:49

Милли кейем,биҙәүестәр күргәҙмәләре эшләне, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде һәм ҙур концерт ойошторолдо. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төнъяҡ баш ҡалаһына Өфөнән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы барҙы. Бөгөн үткән саралар тураһында БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.

Бөгөн милләтәштәребеҙ Санкт-Петербургтағы «Рекорд» йәштәр йортонда йыйылды. Башҡортостандан ситтә йәшәүсе өлкәндәргә,йәштәргә һәм кескәйҙәргә төрлө йүнәлештәге оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәһендә яңы проекттар һәм уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары ҡаралды.

Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан туған телдәпҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт пртограммалары ярҙамында булдырылған бер нисә интерактив проект бар. Ул башҡорт телен өйрәнеү буйынса Башҡортостан илселәре һәм интернетта онлайн дәрестәр.

Санкт-Петербургта йәкшәмбе мәктәбе эшләп килә һәм ошо ресурстарҙы ҡулланып эшләргә өйрәтелде. Ә йәштәр социаль проекттарҙа ҡатнашыу тураһында һөйләште. Респулика һәм ил кимәлендә Гранттар отоу һәм уларҙы ҡулланыу юлдары ҡаралды.

Кескәйҙәр өсөн «Тамыр» телеканалынан башҡорт телендә әкиәттәр яҙылған дисктар бүләк ителде.Бында «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбленең кескәйҙәр төркөмө эшләп килә. Улар ата-әсәйҙәр башланғысы менән халҡыбыҙ бейеүҙәренә өйрәнә.

Тәнзилә Үҙәнбаева вокал буйынса, ә Айназ Низаметдинов ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.

Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре ҙур концерт менән тамамланды. Ҡалала утыҙ йыл эшләп килгән «Ирәндек» башҡорт фольклор ансамбле матур бейеүҙәре һәм йырҙары менән һөйөндөрҙө.

Башҡортостандан яҡташтарыбыҙға бөтә донъя башҡорттары флагы,милли кейемдәр,ҡурай һәм ҡумыҙҙар,башҡорт балы бүләк ителде.

Бер нисә көн эсендә үткән йылы осрашыуҙар киләсәктә тағы ла берҙәм булырға бәйләнештәрҙе нығытты. Санкт-Петербургта йәшәүсе яҡташтарыбыҙ тыуған еренән алыҫта йәшәһә лә үҙ тамырҙарын онотмауын, ә, бәлки, рух тойғоһоноң икеләтә көслө булыуын иҫбатланы.Ә был республикабыҙҙың бер быуатлыҡ юбилейына баһалап бөткөһөҙ бүләк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Бөгөн Санкт-Петербургта Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тамамланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
GAUGA