Мәләүез районының Дмитриевка халҡы ауылды уратып ағас ултырта

Мәләүез районының Дмитриевка халҡы ауылды уратып ағас ултырта https://bash.news/news/107546_mlez_rajonyny_dmitrievka_xaly_auyldy_uratyp_aas_ultyrta
14 окт 2019, 20:53

Мәләүез районы Дмитриевка ауылында үҙенсәлекле акция. Халыҡ бер төптән ауыл тирәләй ағас ултыртып тирә-яҡты йәшелләндерергә теләк белдергән. Яҡташтары Румил Өмөтҡолов тәҡдиме менән башланған өмәлә беҙҙең ижади төркөм дә ҡатнашты. Был хаҡта тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Үҙәк урамдарҙың береһендә урынлашҡан был йорт алдынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ихата алды ла бала-сағаның шат тауыштарынан яңғырап тора. Аталы улы Рәмил һәм Румил Өмөтҡоловтар ауылдарын төҙөләндереүҙе үҙ өлгөһөндә башлаған. Был балалар майҙансығын ике йыл элек өс көн эсендә ҡорғандар. Хәҙерге ваҡытта был майҙансыҡта ауылдың барлыҡ балалары уйнарға килә. Ләкин Өмөтҡоловтар бының менән генә сикләнмәй, ауыл тирәләй ағас ултыртыу тәҡдиме менән дә сығыш яһай.

Дмитриевкала биш милләт вәкилдәре ҡулға-ҡул тотоноп, татыу ғүмер итә. Бөгөн Нордовка ауылы биләмәһе башлығының өмөгә саҡырыуын да дәррәү күтәреп алғандар. Йәш-елкенсәк менән бергә ағас ултырҡан өлкән быуын вәкилдәре ауыл киләсәге өсөн ҡыуаныс кисерә.

Күмәкләп ауылды йәшелләндереү эшенә тотоноусылар сәғәт ярым эсендә шахмат тәртибендә ағастар ултыртты. Кедр сәтләүеге, саған, йүкә, алмағас һәм грушалар тиҙерәк ерегеп китһен өсөн махсус машина ярҙамында һыу һибеү ҙә ойошторолдо.

Мәләүез районы Дмиртриевка ауылының яҡшы башланғысы республиканың бөтә ауылдарына ла өлгө итеп ҡуйырлыҡ. Үҙебеҙ йәшәгән ерҙә, ауылдарҙа, парктарҙы йәшелләндереүҙә һәр кем ҡулынан килгәнсә ҡатнашырға бурыслы. Дмиртриевкала өмә ойошторусылар һәм бағыусылар тырышлығы район хакимиәте тарафынан иғтибарға алынды. Уларға рәхмәт хаттары тапшырылды.

Мәләүез районы Дмитриевка ауылында 135 кеше ғүмер итә. Ауыл халҡы Румил Өмөтҡолов тәҡдиме менән тирә-яҡты йәшелләндерергә ҡарар итә. Бөгөн өмә ойоштороп 300 төп ағас ултырттылар. Был үҫентеләр бөтәһе лә «Тыуған урман» фондынан бушлай бүленгән.

Автор: Гүзәл Борханова.

Мәләүез районының Дмитриевка халҡы ауылды уратып ағас ултырта

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Мусафир