Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсының һайлау этабы дауам итә

Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсының һайлау этабы дауам итә https://bash.news/news/107547_respublikala_ajy_auyl_konkursyny_ajlau_etaby_dauam_it
14 окт 2019, 20:54

Иң айыҡ ауылға – 500 мең һум. Мәртәбәле бәйгелә еңеүсе һәм әүҙем ҡатнашыусы ауылдар аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк. Халыҡ матди ярҙамды ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә, тәртипкә килтереүгә йүнәлтә ала. Теманы БСТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.

Дәртле йыр, шат тауыштар ауылда һабантуйҙы хәтерләтә. Сентябрь һалҡын, ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, Белорет районы Ҡоҙғон Әхмәр ауылында йәшәүселәрҙең кәйефе күтәренке.

Йәше лә, олоһо ла бергә. Урындағы халыҡ сәләмәт тормош алып барырға тырыша. Ҡоҙғон Әхмәрҙә йәшәүселәр республикала ойошторолған «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп, бергәләп байрам әҙерләгән.

«Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә Ҡоҙғон Әхмәр ауылында малай-ҡыҙҙар веломарафонда ярышты. Өфөнән килгән ҡунаҡтар төрлө спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе.

Айыҡ тормошҡа әйҙәүсе бәйгелә аҡсалата бүләктәр ҡаралған. Еңеүселәргә 500, икенсе урынға – 250, өсөнсөгә 150 мең һум аҡса биреләсәк. Был сумманы халыҡ ауылды тәртипкә килтереүгә, төҙөкләндереүгә, кәрәкле йыһаздар алыуға тотона ала.

Башҡортостанда үткән «Айыҡ ауыл» конкурсы күп төбәктәр өсөн ыңғай миҫал. Ҡоҙғон Әхмәр ауылы алып барған сәләмәт тормошто күрер өсөн Германиянан тележурналистар ҙа килде. Улар ауылдағы сауҙа нөктәһенә лә инеп сыҡты.

Ауыл кимәлендә ойошторолған байрамға Ҡоҙғон Әхмәрҙә йәшәүселәр башҡа райондарҙа йәшәүселәрҙең лә саҡыра. Әбйәлил, Баймаҡ, Учалынан килгән егеттәр ат сабыштарында көс һынаша.

«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына сыҡҡан ауылдарҙы өҫтәмә һынауҙар көтә. Еңеүсе тип табылған өс ауылдан тыш әүҙем ҡатнашыусыларға ла бүләктәр ҡаралған. Финалға етеүсе ун ауыл аҡсалата приз менән бүләкләнә.

Автор: Флорида Ким.

Республикала «Айыҡ ауыл» конкурсының һайлау этабы дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров