Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге рәсми делегацияның Үзбәкстанға эшлекле сәфәре көтөлә

Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге рәсми делегацияның Үзбәкстанға эшлекле сәфәре көтөлә https://bash.news/news/107632_bashortostan_bashlyy_etkselegendge_rsmi_delegaciyany_zbkstana_eshlekle_sfre_ktl
15 окт 2019, 21:44

Был турала Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров менән Үзбәкстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Батыржон Асадов менән осрашыуҙа һүҙ барҙы. Рәсми вәкилдәр ике яҡ араһындағы хеҙмәттәшлеккә йылдан-йыл ихтыяж артыуын билдәләне. Былтыр Башҡортостан менән Үзбәкстан араһындағы сауҙа әйләнеше 7 процентҡа артып, 48 миллион ярым доллар тәшкил иткән.

Һуңғы осорҙа был илдәге ижтимағи-сәйәси үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алғанда дәүләт-ара ғына түгел, төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә ихтыяж да көсәйә. Башҡортостан нефть, нефть эшкәртеү, химия сәнәғәте, юғары технологиялы тауарҙар өсөн яңы баҙар эҙләһә, Үзбәкстан ауыл хужалығы тауарҙары һәм еңел автомобилдәр һатырға теләй. Бынан тыш, социаль һәм гуманитар өлкәлә лә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу заман талабы.

Батыржон Асадов, Үзбәкстандың Рәсәй Федерацияһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе: “Башҡортостанға килеүебеҙҙең төп маҡсаты халыҡ-ара кимәлдә сауҙа-иҡтисади, рухи мәҙәни хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыу. Бөгөнгө шарттарҙа был көн талабы”.

Үзбәкстан илсеһе Өфөлә яңыраҡ эшләй башлаған күп функциялы миграция үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты. Башҡортостандың сауҙа-сәнәғәт палатаһы башланғысы менән ойошторолған заманса учреждение республика иҡтисадына мигранттар көсөн йәлеп итеүгә махсуслашҡан.

Үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәргә бер урында дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә. Улар паспорт-виза контроле үткәндән һуң, табип күҙәтеүенә алына, рус теле буйынса имтихан тота. Закон талабы теүәл үтәлгәндә 10 көн эсендә сит ил кешеһе Рәсәйҙә эшләү хоҡуғы биргән патент ала. Хеҙмәттәр тулыһынса түләүле, һалым республика ҡаҙнаһын тулыландыра.

Андрей Резниченко, сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты: “Элек мигранттарға эшкә рөхсәт алыу өсөн төрлө ойошмаларҙың тупһаһын тапарға тура килә торғайны. Хәҙер барлыҡ хеҙмәттәр бер урында күрһәтелә. Сит ил кешеһе аҙып-туҙып йөрөмәй, контролдә. Бынан тыш, улар ҡаҙнаға табыш килтерә. Үҙәктә ҡулаҡса ҡабул ителмәй. Түләүҙәр банкомат аша үтә”.

Башҡортостан Башлығы етәкселегендәге рәсми делегацияның Үзбәкстанға эшлекле сәфәре көтөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров