Өфөлә «Асыҡ диалог» акцияһы үтте

Өфөлә «Асыҡ диалог» акцияһы үтте https://bash.news/news/107719_fl_asy_dialog_akciyay_tte/?lang=bash

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә «Асыҡ диалог». Бөгөн ошо исем аҫтында Өфөнөң Орджоникидзе районында сираттағы акция үтте. Республика көнөнә арналған сара Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты башланғысы менән ойошторола.

«Асыҡ диалог» – торлаҡ милекселәре һәм идарасы компаниялар араһында конструктив диалог майҙансығы. Уның сиктәрендә күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр идарасы компанияларҙың эше менән ентекләп таныша, көнүҙәк һәм уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала ала.

Бөгөнгө акцияла республика төбәктәренән ете тиҫтәгә яҡын идарасы ойошма вәкилдәре ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тәжрибә күрһәтеүенсә, «Асыҡ диалог» сиктәрендә граждандар менән әүҙем эш алып барыусыларҙа аңлашылмаусанлыҡ һирәк теркәлә.

Автор: Илдар Байбулатов.

Өфөлә «Асыҡ диалог» акцияһы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста