Бер төркөм Өфө йәшәүселәре йәнә төҙөлөш ойошмаһынан алданған

Бер төркөм Өфө йәшәүселәре йәнә төҙөлөш ойошмаһынан алданған https://bash.news/news/107720_ber_trkm_f_jshselre_jn_tlsh_ojoshmaynan_aldanan

Берәүҙәрҙең нигеҙе һалынған, икенселәре әле һаман проектта ғына. 60 кешенең ҡала ситендәге йортта йәшәү хыялы юҡҡа сыға. Компания клиенттары мутлашыусылар ҡорбаны булғанын ябай хеҙмәткәрҙәр аша белә. Ҡара эшмәкәрлек хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Бындай смс-хәбәрҙе алтмышҡа яҡын кеше алған. Улар барыһы ла «Башстроуниверсал» компанияһының зыян күреүселәре. Ҡала ситендә йорт төҙөү маҡсатында Голубкиндар ғаиләһе төҙөлөш ойошмаһына мөрәжәғәт итә. Килешеү буйынса сумманың йөҙ процентын түләй. Ләкин нигеҙ һалынғандан һуң эш туҡтатыла.

Елена Голубкин, зыян күреүсе: “Беҙ түләгән 500 мең юлда ятмай. Кредит алғайныҡ, хәҙер күберәк түләргә бурыслыбыҙ. Өй ҙә, аҡса ла юҡ. Башҡа кешеләр 20 йылға ипотека алған, моғайын, әсәлек капиталын да ҡулланып өлгөргәндәрҙер. Минең уйлауымса, иҫәпләшеүе бик ауыр буласаҡ”.

Еленаның ғаиләһенә ойошманың эше туҡтатылды тигән хәбәр килһә, Земфира Ҡудашева был турала офисҡа килгәс белеп ҡала. Килешеүгә ярашлы, октябрь башында төҙөлөш эштәре башланырға тейеш ине, ти зыян күреүсе ҡатын.

Ҡудашевтар ғаиләһе ойошма иҫәбенә 600 мең һум аҡса күсереп өлгөргән. Күп балалы ғаилә булараҡ алған ер участкаһында йорт төҙөү урынына хәҙер улар ай һайын кредит түләй. Аҡса елгә осҡан кеүек тип зарлана Земфира ханым.

Зыян күреүселәр араһында ойошма хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар әйтеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдары танышыу маҡсатында ойошмаларҙа тикшереү үткәргән. Был хәлдән һуң төп инженер, инвестор һәм генераль директор булып таныштырған кешеләр дүшәмбе оператив йыйылыш үткәрергә ҡуша, ләкин үҙҙәре юҡҡа сыға.

Икенсе көнөнә офис тулыһынса йыйыштырылған, видео күҙәтеү ҡорамалдары алынған һәм барлыҡ компьютерҙарҙа паролдәр алмаштырылған, ти ойошманың коммерция директоры.

Игорь Михайлов, «Башстройуниверсал» ойошмаһының коммерция директоры: Төҙөлөш эштәре башланмай оҙаҡҡа һуҙылғас, баш инженерға дәғүә белдерҙем. Минең асыуланыуыма ул төҙөлөш эшенә ҡыҫылырға кәрәкмәй, яңы клиенттар табығыҙ, улар менән килешеүҙәр төҙөгөҙ тип яуап бирҙе”.

Ойошманың хеҙмәткәрҙәре алданыуҙарын аңлағас, клиенттарҙы иҫкәртә, һәр береһенә смс-хәбәр ебәрелә. Әлеге ваҡытта офис бикле, тышында компанияның эшмәкәрлеге туҡтатылды тигән иғлан эленеп тора. Унда күрһәтеләгән генераль директорҙың телефонынан берәү ҙә яуап бирмәй.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары осраҡ буйынса тикшереү үткәрә. Мәсьәлә ҡасан асыҡланыр һәм зыян күреүселәрҙең аҡсалары ҡайтарылырмы, юҡмы - һорау асыҡ ҡала.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

Бер төркөм Өфө йәшәүселәре йәнә төҙөлөш ойошмаһынан алданған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров