Илеш элеваторы тәүге тапҡыр өс мең тонна һыйҙырышлы судноны ҡаршыланы

Илеш элеваторы тәүге тапҡыр өс мең тонна һыйҙырышлы судноны ҡаршыланы https://bash.news/news/107731_ilesh_elevatory_tge_tapyr_s_me_tonna_yjyryshly_sudnony_arshylany/?lang=bash
16 окт 2019, 23:08

Быға тиклем причалда ике мең тонналыҡ караптар ғына туҡтай ала ине, етмәһә, улар диңгеҙгә сығыу өсөн ҡулайлаштырылмаған була. Йылға-диңгеҙ класлы һыу транспортының ҡулланыла башлауы иген экспортында күпкә экономияларға мөмкинлек бирә. Башҡортостандан тура сит илдәргә оҙатыласаҡ ашлыҡ хаҡында киләһе репортаж.

Алтын ағыламы ни, Илеш элеваторынан иген үткәргес торба ярҙамында йылға-диңгеҙ класлы карапҡа арпа ҡойола. «Омский-4» судноһында сит илдәргә шулай уҡ бойҙай, арышы ла оҙатыласаҡ. Экспортты үҫтереү йәһәтенән был Башҡортостан өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Һыу транспорты күп сығымдар талап итмәй, етмәһә, хәҙер Ағиҙелдән Каспий диңгеҙенә тура юл асылды.

Судноға өс мең тонна тонна ашлыҡ һыя. Тәүлегенә трюмға мең тонна ғына иген культуралары һалына. Шуға күрә Иранға карап тик кесаҙна йәки йома ғына ҡуҙғала.

Иң мөһиме, яуым-төшөм булмаһын. Йөк ҡоро булырға тейеш. Хәйер, элекке кеүек юл ҡатмарлы булмаясаҡ. Сағыштырып ҡарағанда, бәләкәйерәк йылға судноларында ҙур ҡалаларҙа туҡталыш яһарға тура килә. Өҫтәүенә, был һыу транспорты менән диңгеҙгә лә үтеп булмағас, ашлыҡты тағы бушатаһың. Өҫтәмә ваҡыт, өҫтәмә сығымдар.

Валерий Иванов, «Илеш элеваторы» директоры: “Әстрхан, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург порттарына бара торғайнылар ике мең тонна йөк менән. Улар унда ашлыҡты ҙурыраҡ теплоходҡа күсерә торғайны, был үҙ хаҡты күтәрә”.

Диңгеҙгә юл асыусы күләмле проект башта Хөкүмәт йортонда үткән «Инвестиция сәғәте»ндә хупланғайны. Республика ҡаҙнаһынан иген экспорты мөмкинлектәрен күтәреүгә матди ярҙам күрһәтелә. Илеш районы Груздевка һәм Татарстандың Аҡтаныш районы Әзәкүл ауылдары араһында йылға үҙәне тәрәнәйтелә. 400 метр ара ләмдән таҙартыла.

Азат Кәлимуллин, Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары: “Был эштәр ике аҙна эсендә башҡарылды. Хәҙер өс-биш мең тонналыҡ суднолар Ағиҙел аша бер ҡаршылыҡһыҙ үтә ала”.

Быйыл «Илеш элеваторы» алтмыш мең тонна иген культуралары ҡабул итә, уңыш дымлы килә, шуға уны бында киптерергә һәм Дәүләт стандарттарына тура килтереү талап ителә. Урындағы фермерҙар билдәләүенсә, экспорт йүнәлешендә яңы мөмкинлектәр асылыуы – киләсәккә өмөт уята.

Илеш элеваторынан йыл аҙағына тиклем ун мең тонна ашлыҡ сит илдәргә оҙатыласаҡ, һуңынан яҙғы навигация башланыу менән экспорт йүнәлешендә эш ҡайтанан тергеҙелә.

Илшат Фәзрахманов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы: “Быйыл Башҡортостанда өс миллион тоннанан ашыу иген һуғылды, уларҙың бер миллионы экспортҡа тәғәйенләнгән. Уны Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәргә һатыу бурысы ҡуйылған. Йылға-диңгеҙ транспорты сығымдарҙы кәметә, тимәк, производствоны күтәреү мөмкинлеге лә арта”.

Әйткәндәй, ил кимәлендә эске һыу юлдарын үҫтереү бурысы ҡуйылған. Был төр транспорт иң арзаны һанала. Республика Башлығы Радий Хәбиров та бөгөн социаль селтәрҙәр аша Илеш районынан ҡуҙғаласаҡ ҙур карапка изге юл теләне. Хәҙер башҡорт ашлығы Ирандан тыш, Төркиә һәм Балтика яны илдәренә лә оҙатыласаҡ. Урындағы элеваторҙың производство ҡеүәттәре иһә юғары, тимәк, эш тә ырамлы буласаҡ.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Илеш элеваторы тәүге тапҡыр өс мең тонна һыйҙырышлы судноны ҡаршыланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста