Башҡортостандың иң матур ауылы асыҡланды

Башҡортостандың иң матур ауылы асыҡланды https://bash.news/news/107767_bashortostandy_i_matur_auyly_asylandy
17 окт, 13:38

Йыл башында старт алған конкурсҡа йомғаҡ бөгөн яһалды. Еңеүселәрҙе БСТ каналының “Сәләм” тапшырыуында тәбрикләнеләр. Финалға үтеүселәрҙең бөтәһе лә аҡсалата премия менән бүләкләнде.

Башҡортостандың иң матур ауылы асыҡланды
Башҡортостандың иң матур ауылы асыҡланды

Һәр ауыл бер ҡайҙа ла ҡабатланмаҫ үҙенсәлеккә эйә. Икенсе урын яулаған Ишембай районы Маҡар ауылы халҡы тәбиғи ҡомартҡылары менән ғорурлана. Улар менән Маҡар ауылы советы башлығы Эльвира Иманғолова таныштыра.

Башҡортостандың иң матур ауылы асыҡланды

Конкурста өсөнсө урын яулаған Шаран районы Дүртөйлө ауылы, үҙенең күп милләтле булыуы менән маҡтана ала. Бында ысынлап та милләт-ара дуҫлыҡ көслө, ти Дүртөйлө ауыл биләмәһе башлығы Ләйсән Ғибәтова.

Башҡортостандың иң матур ауылы асыҡланды

Беренсе урын – Учалы районы Наурыҙ ауылында. Конкурста йәмғеһе 47 ауыл ҡатнашты.

Юлдаш
Новости партнеров
GAUGA