Бөгөн Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы аша яңы күпер файҙаланыуға тапшырылды

Бөгөн Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы аша яңы күпер файҙаланыуға тапшырылды https://bash.news/news/107802_bgn_ariel_rajonynda_f_jylay_asha_yay_kper_fajalanyua_tapshyryldy
17 окт 2019, 22:13

Юл мәшәҡәттәре артта ҡалды. Башҡортостандың 100 йыллығына арнап төҙөлгән объектты урындағы халыҡ күптән көтә ине. Сөнки әлегә тиклем уларға понтон күперҙән, ә ҡыш айҙарында боҙ өҫтөнән йөрөргә тура килде. Юбилей объектын асыу тантанаһынан БСТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортаж.

Бына ул Ҡариҙел районы өсөн тарихи ваҡиға. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яңы төҙөлгән күперҙән автомобилдәр хәрәкәтенә старт бирҙе. Тура видеобәйәнеш аша ул тантанаға йыйылыусы халыҡты күләмле проектың тормошҡа ашырылыуы менән тәбрикләне.

Әйтергә кәрәк, был көндө урындағы халыҡ оло түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Сөнки әлегә тиклем уларға Өфө йылғаһының икенсе ярына сығыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған. Яҙлы-көҙлө понтон күперҙән, ҡыш айҙарында боҙ өҫтөнән йөрөү хәүефле, шул уҡ ваҡытта өҫтәмә сығымдар ҙа талап иткән.

Сафҡа ингән 328 метр оҙонлоғондағы ҡоролманан тыш, 10 километрға һуҙылған Бөрө-Таҫтүбә-Һатҡы юлы ла файҙаланыуға тапшырылды. Белгестәр әйтеүенсә, күперҙең бер өлөшө һаналған был участка, төньяҡ-көнсығыш төбәктәрҙе республиканың үҙәк райондары менән берләштереүгә тәүге аҙым булып тора. Сөнки киләсәктә оло юл ике федераль трассаға, «Яңауыл» станцияһына, Бөрө һәм Дүртөйлө йылға порттарына илтер тип көтөлә.

Төҙөлөш эштәре ике йыл ярымға һуҙылған һәм ул артабан да дауам итәсәк. Проект тулыһынса ғәмәлгә ашырылғандан һуң республикала транспорт бәйләнеше яңы кимәлгә күтәреләсәк, ти белгестәр.

Автор: Илдар Байбулатов.

Бөгөн Ҡариҙел районында Өфө йылғаһы аша яңы күпер файҙаланыуға тапшырылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров